Йәмғиәт
11 Февраль , 04:00

Лагман бешереп алайыҡ

Шағирә, “Башҡортостан” гәзитенең журналисы Таңсулпан Рәсүлдән “Лагман” рецебы

Лагман бешереп алайыҡЛагман бешереп алайыҡ
Лагман бешереп алайыҡ

Таңсулпан был  ризыҡты Көнъяҡ Ҡаҙағстанда йәшәгәндә Ташкенттан килгән үзбәк ҡыҙҙарынан өйрәнгән. Хәҙер үҙе лә уны телде йоторлоҡ тәмле итеп әҙерләй. Һүҙ коллегабыҙға:

– Лагман - Үҙәк Азия халыҡтарының ризығы. Хәҙерге ваҡытта уның рецебы шул тиклем күп, хатта уны ниндәйҙер төргә бүлеүе лә ҡыйын.  

 Ингредиенттары:

  • 350 - 600 г һыйыр ите (йылҡы, һарыҡ ите лә бара);
  • Сама менән үҫемлек майы;
  • 1 баш һуған;
  • 1 баш һарымһаҡ;
  • 1 болгар боросо;
  • 3-4 помидор;
  • 2 аш ҡалағы томат пастаһы;
  • 400 г лагман өсөн туҡмас;
  • Тоҙ;
  • Төйөлгән паприка;
  • Төйөлгән ҡара борос;
  • Укроп, петрушка һәм кинза ботаҡтары теләгегеҙгә ҡарап;

Әҙерләү:

  1. Башта итте бешерәм. Һурпаһын ситкә алып ҡуйып торам, унда аҙаҡ һалма бешерәм. Шулай итеп,  бешкән итте ваҡ өлөштәргә турайбыҙ.
  2. Ҡаҙанға үҫемлек майын һалып ҡайнатабыҙ һәм туралған итте төшөрәбеҙ, уны бер аҙ ҡыҙҙырғандан һуң, ярым ҡулса киҫелгән һуған һәм түңәрәкләп ҡырҡылған һарымһаҡты һалабыҙ.
  3. Улар ҡурылғансы помидорҙарҙы турайбыҙ. Был осраҡта уларҙың саҡ ҡына күберәк булыуы яҡшы. Ҡаҙанға төшөрәбеҙ һәм ике аш ҡалағы томат пастаһы, сама менән тоҙ, ҡара борос һалып болғатабыҙ ҙа 15-20 минутҡа һүрән утта быҡтырырға ҡуябыҙ.
  4. Ул арала алдан бешергән иттең һурпаһына һалманы һалып бешерергә ҡуябыҙ. Әлбиттә, үзбәк ҡыҙҙары лагман һалмаһын да үҙҙәре әҙерләйҙәр ине, әммә ундай һалманы беҙ эшләргә күнекмәгән, уны  кибеттән алырға мөмкин.  Мин һәр саҡ "Лагман өсөн туҡмас" тигәнде ҡулланам, тиҙ ҙә бешә, тәмле лә.
  5. 15-20 минуттай бығып ултырған лагманға болгар боросон турап һалабыҙ һәм паприка өҫтәйбеҙ ҙә, тағы ла 15 минутҡа быҡтырырға ҡуябыҙ.
  6. Барыһы ла әҙер булғас, башта тәрилкәнең төбөнә һалманы һалабыҙ, өҫтөнә итле йәшелсәне үҙ һурпаһы менән һалабыҙ һәм өҫтөнә һалманың һурпаһын ҡоябыҙ. Өҫтөнә теләк буйынса укроп, петрушка, кинза турап һалырға мөмкин.

Алдан бешкән ит һурпаһының тәме томат пастаһы менән быҡҡан йәшелсәләрҙең тәме менән ҡатышып үҙенсәлекле бер тәм булдыра.

Фото: Таңсулпан Рәсүлдеке.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас