

14 февралдә Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында икенсе тапҡыр “Үҙ ғаиләм” (“Своя семья”) форумы үтә – ул ғаилә институтын нығытыуға, традицион ҡиммәттәрҙе һаҡлауға һәм хәҙерге заманда ғаиләнең роле тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә бағышлана. Унда ғаилә мөнәсәбәттәре, балалыҡ, психология, мәғариф, социаль яҡлау һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендә эшләгән Өфөнөң алдынғы белгестәре ҡатнашыуға йәлеп ителә. Эксперттарҙың фекере тәрбиә һәм ғаилә эсендә үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен профессиональ тәжрибәгә һәм реаль төбәк ғәмәлдәренә таянып ҡарарға мөмкинлек бирә. Форум асыҡ дискуссия платформаһында үтәсәк - унда иң көнүҙәк темалар: ата-әсәлек, быуындар бәйләнеше, социаль яуаплылыҡ тикшерелә. Ғаилә - йәмғиәттең тотороҡло үҫешенең фундаменталь ҡиммәте һәм таянысы - төп иғтибар ошоға йүнәлтелә. Көн тәртибендә шулай уҡ - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалы ғаиләләргә, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм яҡындарына ярҙам итеү мәсьәләләре.
Иғтибар үҙәгендә - социаль адаптация, психологик ярҙамдың бөтәһенә лә мөмкин булыуы, реаль ярҙам саралары һәм һәр ғаиләнең йәмәғәт тормошонда тулы хоҡуҡлы ҡатнашыуы өсөн тигеҙ мөмкинлектәр булдырыу. Бындай күләмдәге саралар, ғаилә нигеҙҙәрен нығытыуҙан тыш, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың, йәштәр һәм эксперт берләшмәләренең көстәрен берләштереп, граждандар инициативаһын үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Форумды ойоштороусылар - “Многодеток” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма, Рәсәй студенттар отрядтарының Башҡортостан төбәк бүлексәһе, “Ныҡлы ғаилә” партия проекты, Өфө ҡалаһының Ата-әсәләр советы. "Үҙ ғаиләм" - ул йәмәғәт структуралары, йәштәр хәрәкәттәре, ғаилә берләшмәләре, эксперттар һәм ғаилә сәйәсәтен һәм социаль ярҙам системаһын үҫтереүгә битараф булмағандарҙың осрашыуы ул.
6+
Мәғлүмәт: https://mgazeta.com/news/novosti/2026-02-12/svoya-semya-v-ufe-masshtabnyy-dialog-o-tsennostyah-podderzhke-i-buduschem-4575573