

Башҡортостанда төрлө йүнәлештә, айырыуса федераль әһәмиәткә эйә бихисап саралар йыш ойошторола. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында урынлашҡан Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында "Рус география йәмғиәте" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандағы бүлексәһенең Попечителлек советының ултырышы уҙғарылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен арттырҙы. Һүҙ ҙә юҡ, үткән йылға йомғаҡ яһалды, киләсәккә маҡсаттар билдәләнде. Уны Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев алып барҙы.
Сара күңелле хәбәр менән башланды. Баҡтиһәң, тап ултырыш барған 10 февраль көнө республикабыҙҙың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина тыуған көнөн билдәләй икән. Радий Фәрит улы Светлана Михайловнаны ошо уңайҙан ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе, эшендә уңыштар теләне.
Республика етәксеһе Рус география йәмғиәте тарафынан уңышлы тормошҡа ашырылған проекттарҙың оло әһәмиәткә эйә булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм былай тине:
– Былтыр 18 августа Рус география йәмғиәте ойошторолоуға 180 йыл тулды. Ысынлап та, ул илебеҙҙә иң абруйлыларҙан һанала. Йәмғиәттең төбәк бүлексәһе сараларға бик бай булған 2025 йылда берҙәм эшләне. Ул көслө булһын һәм үҫешһен өсөн күп уй-ниәттәр тормошҡа ашырыла. Ғөмүмән, барыһы ла бурысына бик тә яуаплы ҡараны.
Рус география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһенең Попечителлек советы рәйесе Радий Хәбиров белдереүенсә, съезда Рәсәй Президенты Владимир Путин 2026 йылды География йылы тип иғлан иткән. Бындай ҡарар география фәненә һәм ошо йүнәлештә белем алыуға, илебеҙ тураһында ғилем эстәүгә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыуға көслө стимул ул. Был тәңгәлдә емешле эшләү зарур. Белем усаҡтарында уҡыусыларға география фәненә һөйөү уятыу һәм тәрән белемле география уҡытыусыларын әҙерләү мөһим.
Башҡортостанда, мәғарифты үҫтереү өлкәһендә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың бойороғон үтәү йәһәтенән, күп эштәр башҡарыла.
– Республикабыҙҙа географияны уҡытыу буйынса методик пособие эшләнгән, – тине республика Башлығы. – Был Президент Владимир Путиндың, география буйынса яңы мәктәп китабын булдырыу тураһында бойороғона тулыһынса тура килә. Был ябай китап түгел, география саҡрымдарҙан, майҙансыҡтарҙан, ландшафттан, йылғанан, тауҙан ғына тормай, ә ул беренсе булып барыусыларҙың тарихы, яҙмыштар, асыштар, күҙәтеүҙәр, халыҡтарҙың тормошо ла.
Әйткәндәй, Радий Фәрит улы "Бәйләнештә" социаль селтәрҙә, был юҫыҡта, үҙенең бай тәьҫорттары менән дә уртаҡлашҡан.
– Шундай әйберҙәр бар, уларҙы мин бурысым булараҡ башҡарам, шулай уҡ күңел ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылғандары ла бар, – тип яҙған республика етәксеһе. – Белем биреү проекттарына һәм йәмғиәттә ғилемде киң таратыу идеяларына айырым ҡарашым бар. Моғайын да, үткәндәрҙәге уҡытыусылыҡ үҙенекен итәлер. Шуға күрә лә оло ҡыҙыҡһыныу менән, Рус география йәмғиәтенең эшмәкәрлеге менән бәйле булған, бөтә проекттарҙы ла хуплайым. Киләсәктә бойомға ашырыласаҡ эштәр тураһында һөйләштек. Беҙҙәге тәбиғәт, тарихи һәм мәҙәни объекттарҙы республикабыҙҙа, шулай уҡ унан ситтә лә мөмкин тиклем күберәк кеше белһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы артабан да дауам итеү тураһында килештек. Балаларҙы тәбиғәтте һаҡларға һәм хөрмәт итергә өйрәткән география уҡытыусылары менән осрашыу киләсәктә лә ойоштороласаҡ. Мәктәп уҡыусылары өсөн туристик паспортты эшләүҙе тамамлаясаҡбыҙ. Алда бихисап саралар эш планына ингән, мәғариф, патриотик һәм башҡалар шуға асыҡ миҫал.
Ысынлап та, бергәләшеп мөһим дәүләт бурыстарын үтәйбеҙ. Мәҫәлән, олоһоноң да, кесеһенең дә белемен арттырыуға, өр-яңынан үҙебеҙ өсөн тыуған төйәгебеҙҙе һәм Рәсәйҙе өйрәнеүгә ярҙам итәбеҙ.
Радий Фәрит улы, Рус георгафия йәмғиәтенең эшмәкәрлегенә бәйлеләрҙең барыһына ла оло рәхмәтен белдергән.
Радий Хәбиров һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең эшен маҡтап телгә алды, иң-иңдәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы, шулай уҡ республика етәксеһе ҡулынан "Республикабыҙҙа Рус география йәмғиәтенең иң яҡшы урындағы бүлексәһе" тип аталған конкурс еңеүселәре бүләктәр алып шатланды.
Башҡортостан Башлығы уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү өсөн, яҡын киләсәктә география уҡытыусылары менән тағы бер тапҡыр осрашыу үткәрергә кәрәк тигән тәҡдимен дә еткерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, нәҡ педагогтар – тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәт донъяһына юл ярыусылар. Бынан тыш, Рәсәйҙә География йылына ауаздаш булып яңғыраһын өсөн Башҡортостанда 2027 йылдың темаһын да уйларға кәрәк. Иң мөһиме, улар беҙҙең кешеләр өсөн мәҙәни-тарихи һәм тәбиғәт объекттарын асыуҙы дауам итергә бурыслы.
Ултырышта ҡатнашыусылар Рус география йәмғиәте республика бүлексәһенең ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге буйынса фекер алышты һәм 2026 йылға эш планын ҡабул итте. Бигерәк тә мәктәп уҡыусыһының туристик паспортын төҙөүгә һәм белем биреү учреждениеларында Башҡортостан географияһын өйрәнеү йәһәтенән уҡытыу-методик пособие баҫтырыуға ҙур иғтибар бүлде.
Шуныһы, 2025 йылда Радий Хәбиров уҡытыусы-предметниктар менән осрашты, унда педагогтар мәктәп туризмы программаһын булдырыу һәм төбәктең географияһын өйрәнеү йәһәтенән, берҙәм уҡытыу пособиеһын эшләү үтенесен еткергәйне.
Сарала ҡатнашыусылар география буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы этабын уҙғарыу хаҡында ла фекер алышты. Шул ҡыуаныслы, Рәсәй Мәғариф министрлығының приказы нигеҙендә, Башҡортостан 2026 йылда олимпиаданың финалын үткәреүгә хоҡуҡ алды. Ул Мифтахетдин Аҡмула исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында үтер тип күҙаллана. Өфөгә тотош илебеҙҙән 300 тирәһе мәктәп уҡыусыһының һәм 100 педагогтың килеүе көтөлә.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, "Рус география йәмғиәте" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы республика бүлексәһенең рәйесе Салауат Сәғитов башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны, киләсәктәге пландары менән таныштырҙы, йәмғиәттең төбәк бүлексәһенең илебеҙҙә дүртенсе урынға күтәрелеүен һөйөнсөләне, "Рус география йәмғиәте" президенты Сергей Шойгу Радий Хәбировҡа тапшырған көмөш миҙал алыуы менән ҡотланы. Салауат Тәлғәт улына иһә Григорий Аксаков ордены бирелде.
Башҡортостан ЮНЕСКО-ла мәҙәни һәм тәбиғәт ҡомартҡыларын алға этәреү йүнәлешендә бик әүҙем эштәр менән шөғөлләнә. 2025 йылда Бөтә донъя ҡомартҡылар исемлегенә Шүлгән-таш мәмерйәһендәге наскаль һүрәттәрҙең инеүе, ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәренә "Торатау"ҙың индерелеүе, Өфө фән һәм технологиялар университетында ЮНЕСКО кафедраһының барлыҡҡа килеүе һәм Ғафури районында Рәсәйҙә беренсе тапҡыр "алтын ҡаҙауҙар"ҙың табылыуы – шуға асыҡ миҫал.
Башҡортостанда Рус география йәмғиәтенең федераль проекттары уңышлы тормошҡа ашырыла. Беҙ – "География буйынса диктант" белем акцияһы өсөн теркәлгән майҙансыҡтар буйынса ла лидер. 2025 йылда бөтәһе 1039 майҙансыҡ теркәлгән, 50 мең кеше унда ҡатнашҡан.
Республикабыҙҙа эске туризмды үҫтереүгә көслө иғтибар бүленә. Мәҫәлән, 2017 йылда "Урал барсы" туристик проекты эшләй башлаған. "Башкирская кругосветка"ны телгә алыу артыҡ. "Сал Уралдың легендаһы" тигән телепрект үҙе ни тора! Шулай уҡ Аҫҡын боҙ мәмерйәһе тураһында күпте һөйләргә мөмкин. 2019 йылдан бирле "Шағирҙар һуҡмағы" проекты уңышлы эшләй. "Неурок географии" белем федераль проектында ла алдынғылыҡты бирмәйбеҙ. Унда 440 майҙансыҡ эшләй, субъекттар араһында саралар уҙғарыу тәңгәлендә беҙҙең төбәккә етеүсе юҡ.
Башҡортостан "Заповедное дело" экология-белем проекты өсөн майҙансыҡ ролен үтәй. Унда йәш ғалимдар, студенттар, тәбиғәтте һаҡлаусылар һәм география менән ҡыҙыҡһыныусылар мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшә. "Рус география йәмғиәтенең шишмәләре" тигән тәбиғәтте һаҡлау проект эшләй башлаған, бынан ары ла шишмәләр таҙартыласаҡ, уның тирә-яғы тәртипкә килтереләсәк.
"Рус география йәмғиәте" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы төбәк бүлексәһе тарафынан "География уҡытыусыларының слеты" 2021 йылдан алып ойошторола. 2025 йылда иһә республикабыҙҙа тәүге тапҡыр, география уҡытыусылары өсөн, "Иң яҡшы география уҡытыусыһы" исемле республика конкурсы үткәрелгән, ә "Иң өлгөлө география кабинеты" тигән республика конкурсы йыл да уҙғарыла. Рус география йәмғиәте ике профилле смена ойошторған. Ҡырғыҙстанда 150 бала өсөн – халыҡ-ара һәм 40 ҡыҙ һәм егеткә ялдарын файҙалы үткәрергә булышлыҡ иткән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында профиль сменаның эшләүе – шуға асыҡ дәлил. Беҙҙә 2023 йылдан алып, геология һөнәренә уҡыған студенттар өсөн "ГеоВызов" халыҡ-ара чемпионат ойошторола.
Башҡортостандағы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты төбәк Башҡарма комитетының рәйестәше Мурад ШАФИҠОВ:
– "Рус география йәмғиәте" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы Башҡортостандағы бүлексәһенең илебеҙҙә алдынғылыҡты бирмәүе, инде нисә йылдар лидер булыуы һәр йәһәттән дә ҡыуаныслы. Беҙҙәге алдынғы эш тәжрибәһен бүтән субъекттар үҙҙәрендә файҙалана икән, быға шатланырға ғына кәрәк.
Валериан Албанов исемендәге ҡотопсолар музейының эше маҡтауға лайыҡ. Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе уны үҫтереүгә һәм танытыуға ҙур өлөш индерә. Республикабыҙҙың район һәм ҡалаларында ла бихисап уй-ниәттәр уңышлы тормошҡа ашырыла. Мәҫәлән, Дәүләкән районынан география уҡытыусы Эльвира Ғарипова менән бергә Асылыкүл күлен тәртипкә килтереү тәңгәлендә күп эштәрҙе тормошҡа ашырҙыҡ, ул киләсәктә лә дауам итәсәк.
Автор фотоһы.