

Росреестр һәм Роскадастр хеҙмәте белгестәре 2022 йылдан алып Күсемһеҙ милек объекттарының сиктәре һәм майҙандары тураһында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәрендә 80 меңдән ашыу реестр хатаһын төҙәткән. 2025 йылда 8,8 мең етешһеҙлек бөтөрөлгән, 2026 йылға 5,9 мең хатаны төҙәтеү планлаштырылған. Барлыҡ эштәр ҙә милекселәр өсөн бушлай һәм билдәләнгән графиктан алдараҡ башҡарыла.
“Күсемһеҙ милек тураһында реестр хаталарын төҙәтеү: һәр кемгә нимә белергә кәрәк” матбуғат конференцияһында ошондай мәғлүмәттәр яңғыраны.
Спикерҙар булып “Росреестр”ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәренең сифатын арттырыу бүлеге баш белгес–эксперты Камилла Ғарифуллина һәм “Роскадастр” ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалының Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәрен алып барыуҙы һәм нормалаштырыуҙы тәьмин итеү бүлеге начальнигы урынбаҫары Марат Дибаев сығыш яһаны.
—Эштең төп маҡсаты–Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестры мәғлүмәттәренең дөрөҫлөгөн арттырыу. “Милли арауыҡ мәғлүмәттәре системаһы” дәүләт программаһы ярҙамында белгестәр граждандар ҡатнашлығынан тыш хаталар асыҡлай һәм бөтөрә. Был милекселәргә участкаларының сиктәре хаҡында аныҡ мәғлүмәт бирә, хоҡуҡтарын яҡлауҙы тәьмин итә һәм ер бәхәстәренә юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә. Шул уҡ ваҡытта граждандарға кадастр инженерына мөрәжәғәт итергә һәм өҫтәмә сығымдар тотонорға кәрәкмәй,–тип билдәләне Камилла Ғарифуллина.—Хата асыҡланған осраҡта Росреестр заманса ортофотопландар һәм геодезия үлсәүҙәре буйынса участканың дөрөҫ координаталарын билдәләү өсөн Роскадастрға хат ебәрә. Милексегә иҫкәртеү ҡағыҙы ебәрелә: бер ай эсендә ул етешһеҙлекте үҙ аллы төҙәтә ала, әгәр эшләмәгән хәлдә–үҙгәрештәр бушлай һәм уның ризалығынан тыш индерелә.
Эксперттар аңлатыуынса, ер участкалары сиктәрендәге реестр хатаһы–бынан алда Росреестрға тапшырылған документтарҙан Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына күсерелгән хата ул. Башҡортостанда бындай хаталарҙың күбеһе 2000 йылдарҙа ерҙәрҙе инвентаризациялағанда, юлдаш навигацияһы һәм теүәл геодезия приборҙары булмағанда барлыҡҡа килә, был ҡайһы бер осраҡтарҙа сиктәрҙең киҫелешенә һәм күсерелеүенә килтерә.
—Бөгөн Росреестр Роскадастр менән берлектә ошо етешһеҙлектәрҙе заманса ортофотопландар, пилотһыҙ осоу аппараттары һәм геодезия ҡорамалдары ярҙамында бушлай бөтөрә. Үлсәүҙәрҙең аныҡлығы 10 сантиметрға етә,–тип аңлатты Марат Дибаев. Өс осраҡта ведомстволар хатаны үҙ аллы төҙәтә алмай, тип өҫтәне ул:
участка майҙаны кәмеү яғына 5 проценттан ашыуға йәки артыу яғына 10 проценттан күберәккә үҙгәргән осраҡта (был осраҡта кадастр инженерына йәки судҡа мөрәжәғәт итеү талап ителә);
әгәр төҙәтмә күршеләрҙең йәки өсөнсө кешеләрҙең хоҡуҡтарына ҡағылһа (бындай осраҡта үҙгәрештәр суд ҡарары буйынса ғына индерелә);
сиктәр квартал сиктәрендә күпләп күскәндә (был осраҡта урындағы үҙидара органы инициативаһы буйынса комплекслы кадастр эштәре талап ителә).
Матбуғат конференцияһы барышында белгестәр граждандарға “Һалым түләүсенең шәхси кабинеты”, “Хоҡуҡ хужаһының шәхси кабинеты”нда йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталындағы “Минең объекттарым” бүлегендә үҙ күсемһеҙ милке тураһында мәғлүмәттәрҙе даими тикшереп торорға кәңәш итте. Шулай уҡ мөрәжәғәтте Кире бәйләнеш платформаһы сервисы – “Дәүләт хеҙмәттәре. Бергәләп хәл итәбеҙ”. Уны Дәүләт хеҙмәттәре порталында ла ҡарарға мөмкин.
Эксперттар билдәләүенсә, үҙ күсемһеҙ милкең тураһында мәғлүмәттәрҙе ваҡытында тикшереү –һалым түләгәндә хаталыҡтарға юл ҡуймауҙың иң яҡшы ысулы һәм хоҡуҡтарыңдың юридик яҡтан таҙа булыуын тәьмин итеү.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!