Йәмғиәт
15 Февраль , 13:35

Боронғо йорт “фудкорт”ҡа әйләнәсәк

Өфөлә Октябрь Революцияһы урамындағы 63-сө һанлы боронғо йортто заманса йәмәғәт бинаһына әйләндерергә йыйыналар.

Боронғо йорт “фудкорт”ҡа әйләнәсәкБоронғо йорт “фудкорт”ҡа әйләнәсәк
Боронғо йорт “фудкорт”ҡа әйләнәсәк

Өфөлә Октябрь Революцияһы урамындағы 63-сө һанлы боронғо йортто заманса йәмәғәт бинаһына әйләндерергә йыйыналар.

РБК-Өфө мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был йортта фудкорт асырға уйлайҙар. Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы был тарихи бинаны үҙгәртеп ҡороу буйынса бизнес-план да әҙерләгән.  Иҫәпләүҙәргә ярашлы, инвестиция сама менән 247 миллион һум тәшкил итәсәк. Был сығым ете йыл эсендә аҡланыр тип көтөлә.

Фудкорт  – ул бер нисә предприятие бөтәһе өсөн дөйөм булған залда туҡланыу  ойошторған зона (ресторан ихатаһы).

Фото: социаль селтәрҙән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас