

Бөгөн Хөкүмәт кәңәшмәһендә Бәләбәй районы биләмәһен төҙөкләндереү һәм тәртиптә тотоу мәсьәләләре тикшерелде. Муниципалитет етәксеһе Азат Сәхәбиев хәбәр итеүенсә, район составында – 95 мең самаһы кеше йәшәгән ике ҡала һәм 15 ауыл биләмәһе.
– Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереү өсөн бюджет һәм бюджеттан тыш аҡсалар йәлеп итеү буйынса бөтә ресурстарҙы файҙаланабыҙ, – тине Азат Сәхәбиев. – Мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халҡыбыҙҙы ла йәлеп итәбеҙ. Мәҫәлән, 2016 йылдан “Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү” программаһында ҡатнашабыҙ – дөйөм суммаһы яҡынса 100 миллион һумлыҡ 77 проект тормошҡа ашырылды.
Бынан тыш, Бәләбәй районы “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” (36 йәмәғәт киңлеген төҙөкләндерҙеләр), “Башҡорт ихаталары” (31 территорияны тәртипкә килтерҙеләр) кеүек федераль һәм республика программаларында, шулай уҡ “Атайсал”, “Реаль эштәр”, “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” проекттарында әүҙем ҡатнаша.
– Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса Бөтә рәсәй конкурсында Бәләбәй өс тапҡыр еңеүсе булды. 2020 йылда “Йырсы шишмәләр” масштаблы проектын тормошҡа ашырҙыҡ, 2023 йылда Төрмә һарайы кварталын төҙөкләндерҙек, 2025 йылда Новаторҙар бульварын яңырта башланыҡ, – тине муниципалитет башлығы. – Йүнәлтелгән аҡсаның дөйөм күләме 573 миллион һум тәшкил итте, уларҙың яртыһы – федераль финанслау. Бөйөк Екатерина осорондағы Төрмә һарайын реконструкциялау планлаштырыла.
“Йәшел Башҡортостан” республика экологик акцияһы сиктәрендә һуңғы ете йылда Бәләбәй районында алты тематик аллея булдырылды һәм 18 меңгә яҡын үҫенте, шул иҫәптән 5 мең эре үҫенте ултыртылды.
Ҡала парктарын һәм йәмәғәт киңлектәрен тәртиптә тотоу менән муниципаль бюджет учреждениелары һәм идара итеүсе компаниялар шөғөлләнә. Район балансында – 60-тан ашыу коммуналь техника берәмеге. Айырым контролдә – урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләләре. 2019 йылдан муниципалитетта светодиодлы лампалар һаны һигеҙ тапҡырға арттырылды.
Башҡортостан Башлығы муниципалитеттың идара итеү командаһына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
– Муниципалитеттың тышҡы ҡиәфәте ярайһы уҡ үҙгәргән. Тағы нимә эшләргә кәрәклеге аңлашыла. Башланған проекттарҙы тамамлағыҙ һәм яңылары тураһында уйлағыҙ. Бәләбәйгә – сәскә атыу, ә халыҡҡа уңайлы шарттар теләйем, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Дөйөм алғанда, реаль аҡса алырға һәм үҙ биләмәләрен үҙгәртергә мөмкин булған төҙөкләндереү буйынса программалар күп. Барыһы ла муниципалитет башлығының был темаға ни тиклем әүҙем йәлеп ителеүенә бәйле.
Төбәк етәксеһе муниципалитетта бренд сараларын үткәреүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Бәләбәй районында йыл һайын Халыҡ-ара Аксаков байрамы үткәрелә. Радий Хәбиров шулай уҡ Республиканың Мәҙәниәт һәм Туризм министрлыҡтарына рус шағирәһе Марина Цветаеваның һөйөүселәре өсөн Өсән-Ивановка ауылында “Цветаевский костер” әҙәби фестивален популярлаштырыу мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.