

Сараны башлаусылар – “Опоры России” ойошмаһының республика бүлексәһе, “Аҙыҡ-түлек” республика ризыҡ банкы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.
Акцияла Өфө эшҡыуарҙары һәм уларҙың ғаиләләре менән бергә БР власть органдары һәм үҫеш институттары вәкилдәре лә ҡатнашты.
Акцияла ҡатнашыусылар дөйөм ауырлығы 740 килограмм тартҡан 100 аҙыҡ-түлек йыйылмаһы эшләне. Улар ҡыйын хәлдә ҡалған кешеләргә ярҙамға тәғәйенләнә.
Сәләмләү һүҙендә республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Светлана Верещагина, акция ябай, шул уҡ ваҡытта мөһим идеяны – бәхет – уртаҡлаша белеүҙә, тигән фекерҙе сағылдыра, тип билдәләне. “Опоры России”ның Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева билдәләүенсә, мәрхәмәтлек акцияһы эшҡыуарҙарҙың ҙур командаһын бергә туплап, тағы бер шуны раҫланы: изгелек һәр ваҡыт кире әйләнеп ҡайта. Был сараны ғаилә акцияһы тип атарға була, ти ул. “
Изге эштәр башҡарыуҙа ҡатнашыусыларҙы ярыш та берләштерҙе. Беренсе булып ярманы төрөүҙе тамамлаған команда башҡаларға ярҙамға килде. Еңеүселәргә Серафимовка махсус уҡыу-тәрбиә дөйөм белем биреү учреждениеһы тәрбиәләнеүселәре үҙ ҡулдары менән бүләк – картина әҙерләүе бигерәк һөйөндөрҙө.
– Ярҙам иткәндәре өсөн “Үҙ ғаиләм” форумын ойоштороусыларға рәхмәт. Акцияны тәүге тапҡыр ошондай күләмле ваҡиғаға ярашлы үткәрҙек. Эш бик яҡшы һәм һөҙөмтәле башланды, тип иҫәпләйбеҙ, – тине “Аҙыҡ-түлек”тең етәксеһе Юлиә Назарова.
Мәғлүмәт, фото: mgazeta.com/news/novosti/...