Ҡышҡы һалҡын көн. Туҡталышта биш минут баҫып торһаң да, түҙеп булмаҫлыҡ итеп өшөй башлайһың. Үҙемдең маршрут автобусы оҙаҡ көттөрмәй килеп туҡтағас, тиҙ генә кереп, уңайлы бер урын алдым. Бер нисә минут үткәндер, кондукторҙың “Төшөгөҙ! Һеҙҙе алып бармайым! Ана ишек!” тип ҡаты ғына итеп әйткән тауышына һиҫкәндем.
70 йәш тирәһендәге бабай тыңлаулы ғына итеп ишеккә табан атланы. Насар кейенмәгән. Эскән кешегә лә оҡшамаған. “Әллә аҡсаһы булманымы икән?” тип уйларға ла өлгөрмәнем, йәш кенә бер ҡыҙ кондуктор янына йүгереп килеп етте. “Бабайҙы төшөрмәгеҙ! Үҙем түләйем!” тип ҡарт кеше өсөн билет алып бирҙе. Кеше хәленә керә белгән йәш ҡыҙҙың изге ҡылығынан һуң, автобус эсе яҡтырып киткән һымаҡ тойолдо. Етмәһә, йома көнө ине...
Бабай, уңайһыҙланып ҡына ҡарап, ҡыҙға ҡарап ишетелер-ишетелмәҫлек кенә итеп рәхмәт әйтте, ләкин урын булһа ла ултырманы, үҙенең туҡталышына барып еткәнсе ишек төбөндә аҫҡа ҡарап барҙы...
Автор фотоһы.