

"Өйҙә" медиаконкурсы Башҡортостан Республикаһында Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Ҡатнашыр өсөн 8 - 17 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр үҙҙәренең ғаиләһе тураһында 3 минутҡа тиклем горизонталь форматта видео төшөрөп ебәрергә тейеш.
Конкурс өс этаптан тора:
1 -се этап. 30 мартҡа тиклем документ итеп айырым беркетелгән ғаризаны (Ҡушымта №1) һәм видеоны “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмгә vk.com/tamir_telekanal шәхси хәбәр итеп ебәрергә кәрәк.
Ойоштороусылар 2-се этапҡа 15 иң яҡшы эште һайлап ала.
2-се этап. Апрелдең беренсе ун көнөндә “Тамыр” телеканалының төркөмөндә тауыш биреү шарты буйынса бер еңеүсе һайлап алына.
3-сө этап. Иң күп тауыш йыйған ғаилә 14 апрель Өфөгә “Тамыр” телеканалының ҙур концертына саҡырыла һәм конкурстың төп призы – телевизор менән бүләкләнә.