Йәмғиәт
17 Февраль , 08:00

Ураҙаға шах-былау бешерергә өйрәнегеҙ!

"Мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ - туҡлыҡлы ла, тәмле лә, үҙенсәлекле лә! Иң мөһиме - емешле булғас, ауыҙ асыуға бик ауыр ризыҡ түгел", - ти Гүзәл Итбаева.

Ураҙаға шах-былау бешерергә өйрәнегеҙ!Ураҙаға шах-былау бешерергә өйрәнегеҙ!
Ураҙаға шах-былау бешерергә өйрәнегеҙ!

Гүзәл Итбаева үҙенең әҙерләгән аш –һыуҙарының рецебы менән ихлас уртаҡлаша. Был юлы ул Шах- былау бешерергә өйрәткән.

“Интернеттан ҡарап, төрлө милләт ризыҡтарын бешерергә яратам. Һеҙҙең иғтибарға - әзербайжан халҡының ғорурлығы һаналған һәм яратып бешергән ризыҡтарының береһе – Шах -былау – ләүештәге (лаваш) былауҙы тәҡдим итәм”,  - тип яҙған үҙенең сәхифәһендә.

“Былау өсөн беҙгә ит, дөгө ярмаһы (басмати, бальдо), 3-4  ләүеш (лаваш), курага, йөҙөм, ҡара емеш (чернослив), кишер, һарымһаҡ һәм тәмләткестәр кәрәк.
Иң тәүҙә ҡәҙимге былау бешергән кеүек итте ярым бешереп алабыҙ, уға кишер, һуған, зира, барбарис, шафран (кемгә ниндәй тәмләткес оҡшай, һалмаҫҡа ла мөмкин) өҫтәйбеҙ. Һурпалыраҡ булырға тейеш был әҙерлек. Айырым дөгө ярмаһын әҙ генә бешереп йәки ныҡ ҡына ебетеп алабыҙ.

Былау бешерә торған ҡаҙанды матурлап майлайбыҙ һәм лаваштарҙы яртыһын сығарып (былауҙы ҡаплау өсөн) теҙәбеҙ. Һәр лавашты мул ғына итеп иретелгән май менән майлайбыҙ. Хәҙер ошо ҡаҙанға сиратлап әҙер итте, емештәрҙе, дөгө ярмаһын һалабыҙ. Минең, ғәҙәттә, икешәр ҡат һалырлыҡ була. Бөтә ингредиенттарҙы һалып бөткәс, һурпаны ҡойоп ебәрәбеҙ (1-1,5 стакан ярым булырға мөмкин). Былауҙың өҫтөн лаваштар менән ныҡлап ҡаплайбыҙ, өҫтөнә ҡалған майҙы һөртәбеҙ һәм ҡаҙанды ҡапҡасы менән ябып, духовкаға 1 сәғәткә оҙатабыҙ.

Әҙер былауҙы батмусҡа матур итеп түңкәрәбеҙ һәм өлөштәргә ҡырҡабыҙ. Был шах-былауҙың фишкаһы шунда - кетерләп-шөтөрләп кенә торған лаваш менән бергә тотоп тороп тәмләптереп ашарға кәрәк. Мотлаҡ бешереп ҡарағыҙ - туҡлыҡлы ла, тәмле лә, үҙенсәлекле лә! Иң мөһиме - емешле булғас, ауыҙ асыуға бик ауыр ризыҡ түгел”, - тип яҙған ул.

Ураҙа ваҡытында бешереп ҡарағыҙ әле.

Сығанаҡ һәм фото: Гүзәл Итбаева

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас