Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Февраль , 21:45

Бәхил бул, шағир...

Мәрхүмде оҙатыу 19 февралдә сәғәт 12-лә була, тип хәбәр итәләр Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан. 

Бәхил бул, шағир...
Бәхил бул, шағир...

Өфөлә башҡорт шағиры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Зәйнәб Биишева һәм Фәтих Кәрим исемендәге премиялар лауреаты Зөфәр Вәлит оҙаҡ ауырығандан һуң 78-се йәшендә арабыҙҙан китте. 

Вәлитов Зөфәр Зәки улы (Зөфәр Вәлит) 1949 йылдың 1 февралендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған. Бала сағы һәм йәшлек йылдары Күгәрсен районының Күгәрсен ауылында үтә. Мораҡ ауыл һөнәрселек училищеһын, Өфө урман хужалығы техникумын тамамлай. Өфө заводтарында электрик, автослесарь, мастер, Башҡортостандың ҡулланыусылар союзы системаһында өлкән инженер, колхозда баш инженер булып эшләй. Етмешенсе йылдар уртаһынан уның әҫәрҙәре республика гәзит-журналдарында даими баҫыла. Уҡыусылар "Йырымдың йәшел бишеге", "Күңелем ҡуҙҙары", "Йылдар сатында, "Кәрәҙле минуттар","Йырлы ғүмер", "Һуң түгел" һәм башҡа бик күп китаптары менән яҡшы таныш.

Хаҡлы ялға сығыр алдынан хеҙмәт юлын Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә дауам итә.

Башҡортостандың Яҙыусылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, шағир менән бәхилләшеү 19 февралдә сәғәт 12-лә була. Адресы: Өфө ҡалаһы, Орджоникидзе районы, Иҫке Турбаҫлы ауылы, Йәштәр урамы, 6-сы йорт.

«Башинформ» мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша.

https://www.bashinform.ru/news/culture/2026-02-18/v-ufe-umer-bashkirskiy-poet-zufar-valit-4582900

 

 

Бәхил бул, шағир...
Бәхил бул, шағир...
Автор: Аклима Имамова
Читайте нас