-19 °С
Болотло
Социаль фондтың Башҡортостан буйынса бүлексәһе мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2026 йылдың 1 февраленә республикала 1,121 миллион пенсионер иҫәпләнә. Ошо уҡ Фонд раҫлауынса, уларҙың 151 меңе эшләп йөрөй.
Быйыл 1 ғинуарҙағы индексациялауҙан һуң ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 1 февралгә 26 211 һумға еткән. Февраль башына тәғәйенләнгән пенсияларҙың уртаса күләме 24 566 һум тәшкил иткән.
Билдәле булыуынса, 1 апрелдән социаль пенсиялар 6,8 процентҡа арта.
Фото: социаль селтәрҙән.