Сәлиәнең бала сағы юҡлыҡ ваҡытына тура килде. Кейергә кейем, өйгә йыһазға ҡытлыҡ заманда үҫте ул. Хатта сәй эсергә сынаяҡ та һанаулы ине. Аҡса бар, алырға әйбер юҡ. Шул замандағы бер ваҡиға әле лә күңелен өшөтөп хәтеренә төшә.
Ул ваҡытта Сәлиәгә 7-8 йәштәр тирәһе булғандыр. Әсәһенең төп ярҙамсыһы булып ҡул араһына керә башлағайны. Бер көндө йыраҡтан әсәһенең туғандары килеп төштө. Ҡунаҡтар килгәс, әсәһе таныштары аша һатып алған затлы сынаяҡтарын сығарҙы. Сәлиә өҫтәлен дә әҙерләште, һауыт-һаба йыуыу ҙа уның иңенә төштө. Тиҙерәк йыйыштырып эште бөтөрәйем тип ҡабаланып сынаяҡтарҙы теҙгәндә ҡулы менән эләктереп, уларҙы иҙәнгә төшөрөп ебәрҙе. Хәйерсегә ел ҡаршы тигәндәй, сынаяҡтарҙың барыһы ла тиерлек селпәрәмә килеп ярылды. Йөрәге аяҡ табанына төшөп киткән һымаҡ булды.
– Ҡулың тотмаймы ул әллә? Донъяны емерәһең. Бер әйбер алып сыҙатырлыҡ түгел. Ҡоротҡос кеүекһең. Хәҙер нимә менән сәй эсәбеҙ? – тип әсәһе Сәлиәне елтерәтеп аш-һыу бүлмәһенән сығарып ебәрҙе.
Әйбергә ҡытлыҡ замандар үтте лә китте, ә селпәрәмә ватылып ятҡан матур сынаяҡтар күҙ алдынан китмәне.
Һуңынан донъялар ҙа рәтләнде. Юғары уҡыу йортон тамамлап, эшкә урынлашҡас, тәүге хеҙмәт хаҡына Сәлиә күҙҙең яуын алырлыҡ затлы сынаяҡ сервизы алып ҡайтып әсәһенә бүләк итте. Ватыҡ сынаяҡтар менән бәйле ауыр хәтирә шул мәлдән һуң онотолған һымаҡ булды.
Авто фотоһы.