Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 23:30

Халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлек торошо тикшерелә

Ул 2026 йылдың 4 мартында үткәрелә.

Рәсәй Хөкүмәтенең 2023 йылдың 17 майындағы “Халыҡҡа хәбәр итеү системаһын файҙаланыуҙы даими әҙерлек хәлендә тотоу һәм реконструкциялау, булдырыу тәртибе тураһында”ғы 769-сы Ҡарарына ярашлы, 2026 йылдың 4 мартында Башҡортостан Республикаһы халҡын, һуңғы иҫкәртеү сараларын да индереп, "Бөтәһенә лә иғтибар!” сигналын һәм “Халыҡҡа хәбәр итеү системаһының әҙерлеген тикшереү үткәрелә! Тыныслыҡты һаҡлауҙы һорайбыҙ!” аудио-, аудиовизуаль, текст рәүешендәге хәбәрҙе еткереп, иҫкәртеүҙең төбәк системаһының әҙерлек торошон комплекслы тикшереү планлаштырыла.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас