Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Февраль , 22:30

Киләһе өс көн ниндәй булыр?

Шәмбе, 21 февралдә, ҡар яуыуы дауам итә. Төндә урыны менән буран сығыуы көтөлә, юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10….-15, көндөҙ -5....-10 градус. Артабанғы ике көндә...

Киләһе өс көн ниндәй булыр?
Киләһе өс көн ниндәй булыр?

Шәмбе, 21 февралдә, ҡар яуыуы дауам итәсәк. Төндә урыны менән буран сығыуы көтөлә, юлдарҙы ҡар һырынтыһы ҡаплай, тайғаҡ. Ел көньяҡ-көнсығыштан, талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -10….-15°, көндөҙ -5°-10°.

Йәкшәмбе, 22 февралдә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан һәм төньяҡ-көнбайыштан, талғын. Төндә һауа температураһы  -12...-17 градусҡаса, аяҙытҡанда -22°-ҡа тиклем һыуыта. Көндөҙ -7°…..-12°, таулы райондарҙа -2°-ҡа тиклем булыуы көтөлә.

Дүшәмбе, 23 февралдә, төндә термометр бағанаһы -17...-22°-ҡа тиклем түбәнәйә, көндөҙ -9°-14 °.  

Юлдарҙың ҡайһы бер урындарында томан төшә, күреүсәнлек кәмей. Һаҡ булығыҙ!

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

Гөлгөнә Мозафарова фотоһы.

 

Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас