Бөрйән районының Күҙәмбәт яланында йыл да Ватанды һаҡлаусылар көнөнә ҡарата ойошторолған Исмәғил Ғәбитов исемендәге ҡышҡы ат ярыштары үтә.
Байрамда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин сәләмләп, ярыштарҙың уңышлы, бәлә-ҡазаһыҙ үтеүен теләне.
Сабыштарҙа ололар ҙа, йәштәр ҙә ихлас ҡатнашты. Мәҫәлән, ярыштың иң өлкән ҡатнашыусыһы Айрат Салауатов тип билдәләнһә, иң кесеһе 11 йәшлек Ғәйнислам Үтәбаев булды.
Алты этаптан торған бәйгелә һәр этаптың үҙ еңеүселәре билдәләнде. Командалар араһында ярышта Әтек ауылы командаһына етеүсе булманы, уларға күсмә кубок тапшырылды.
Быйыл тәүге тапҡыр атты санаға егеү буйынса ярыш та ойошторолдо. Был төр бәйгелә тик ҡатын-ҡыҙҙар ғына ҡатнашырға теләк белдерҙе.
Шулай уҡ аттарҙы һәм саналарҙы матур итеп биҙәп килеүселәр билдәләнде.
"Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы ғәҙелгәрәйҙәр "Сергетыш" проекты сиктәрендә тирмә, күргәҙмә ҡорҙо.
Балалар өсөн төрлө уйындар, ярыштар ойошторолдо, сауҙа нөктәләре эшләне.
Фото һәм сығанаҡ: "Таң" гәзитенән