

Ишембай районы Смаҡай ауылынан уңған гүзәл заттарыбыҙҙың береһе Фәүзиә апай Насырова өсөн баҡса миҙгеле башланған да. Февралдең урталарынан ул борос орлоҡтарын сәсеп ҡуйған. Бының өсөн ерҙе магазиндан да ала, шулай уҡ үҙенең баҡсаһынан да файҙалана.
– Иң тәүҙә тупраҡты ҡайнар һыу һибеп эшкәртәм. Сөнки унда төрлө ҡоротҡос бөжәктәр ҙә булыуы ихтимал. Шулай уҡ көл ҡулланам. 10 литрлы биҙрә менән ер алһам, шуға бер ус самаһы көл һалып, бутайым. Тупраҡты шулай уҡ ашламлар менән дә туҡландырырға мөмкин. Был да үҫентеләрҙең тамырҙарының көсәйеүенә булышлыҡ итә. Орлоҡтарҙы сәсер алдынан водород перекисына һалып 10-15 минут тотам, был уларҙың майлылығын ала. Ҡайһы кеше орлоҡто шыттырып сәсә, былай эшләү мотлаҡ түгел, сөнки водород перекисы менән эшкәрткәс, ул былай ҙа тиҙ сыға. Орлоҡто теләһә ҡайһы көндө сәсмәйем. Был эште ҡатын-ҡыҙ көндәрендә шаршамбы, йома, шәмбе башҡарам. Йылымыс ҡына ергә сәсеп, уны полиэтилен менән ҡаплап ҡуям. Шулай итеп, 5-6 көндә үҫентеләр килеп сыға. Помидорҙарҙы иртәрәк ашарға теләһәгеҙ, әле 15-20 төп булһа ла әле сәсергә мөмкин. Иртә сәсергә лә кәңәш итмәйем, сөнки ул оҙонайып китә. Аҙаҡ теплицаға күсереп ултыртыуы ла мәшәҡәтле. Шуға мин помидорҙарымдың төп өлөшөн марттың 15-тәрендә сәсәм. Был үҫентеләрҙе 25-28 градус йылылыҡ булған бүлмәлә үҫтереү яҡшы, йылыла улар тиҙ нығына.
Иртәрәк өлгөртөү маҡсатында бер нисә төп ҡыярҙы ла рассадаға сәсәм. Апрель уртаһында ваҡ стакандарға ултыртам, май айында теплицаға күсерәм.
Сәскән үҫентеләр һәр ваҡыт тәрбиә талап итә. Көндәр йылытҡас, ергә күсереп ултыртҡас, тамырҙарын нығытыу, ҡыҙарыуына булышлыҡ итеү маҡсатында помидорҙарға ошондай ҡатнашманы һибәм: 10 литрлы бер биҙрә һыуға 10 грамм бор кислотаһы, бер тамсы йод тамыҙып буталған ҡатнашманы ҡоям.
Һөтлө һыу һибеп тә йәшелсәләрҙе тәрбиәләйем: 10 литр һыуға, 1 литр һөт һалам, аҙаҡ йәнә 10 литр һыу һалынған биҙрәгә ярты литр баяғы һөтлө ҡатнашманы һалып бутайым һәм үҫентеләргә һибәм. Быны бигерәк тә ҡыяр ярата, ул бик һутлы, тәмле булып үҫә, – тип һөйләне йыл да баҡсаһынан мул уңыш үҫтергән Фәүзиә ханым Насырова.
Уның үҙ тәжрибәһенән сығып ҡулланған кәңәштәре һеҙгә лә ярҙам итер.
Фәүзиә Насырова фотоһы.