Йәмғиәт
21 Февраль , 00:45

Миләүшәнән - духовкала индоөйрәк рецебы!

Алдан уны тоҙло һыуҙа тоторға онотмағыҙ

Миләүшәнән - духовкала  индоөйрәк рецебы!Миләүшәнән - духовкала  индоөйрәк рецебы!
Миләүшәнән - духовкала индоөйрәк рецебы!

“Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәре Миләүшә Иҫәнбаева һеҙҙең иғтибарға бик шәп рецепт тәҡдим итә. Ошолай бешергәндә индоөйрәк ите йомшаҡ һәм тәмле килеп сыға икән.  

–Биш литр һыуға 500 грамм тоҙ һалып бутайбыҙ һәм шунда индоөйрәкте төшөрөп, һалҡынсараҡ урынға ҡуябыҙ. Индоөйрәк тоҙло һыуҙа кәмендә 12 сәғәт торорға тейеш. Һуңынан индоөйрәкте алып, сайҡатып таҙа таҫтамал менән һөртәбеҙ һәм ике төрлө аджика менән эсен-тышын һылайбыҙ. Эсенә уртаға ҡырҡылған йәшел алма, ҡара емеш һалабыҙ. Емештәре ҡойолмаһын өсөн индоөйрәктең эс тиреһен ағас таяҡсалар менән беркетеп ҡуябыҙ һәм рукавҡа тығабыҙ. Эргәһенә бәрәңге һалып ебәрһәң, тағы ла шәп, индоөйрәктең майын үҙенә һеңдереп кенә тәмле булып бешәсәк. Духовкала яҡынса 1,5 сәғәт тоторға кәрәк. Һуңынан итте  турап, эсендәге емештәре менән биҙәп табынға ултыртығыҙ, – тип һөйләне Миләүшә.

Байрамда яҡындарығыҙҙы ошондай ризыҡ менән һыйлағыҙ. Ашығыҙ тәмле булһын!

Фото: Миләүшә Иҫәнбаеваныҡы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас