Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Февраль , 23:15

Тауыҡ итенән колбаса

Ураҙаға тәмле, хәләл һәм сифатлы колбасаны үҙегеҙ эшләп ҡарағыҙ әле. Рецебы - түбәндәге яҙмала.

Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса

Әбйәлил районынан "Башҡорт ауылы тормошо"н алып барған блогерҙан шәп рецепт.

Кәрәк

1. 1,8 килограмм тауыҡтың түш ите;
2. 1 килограмм бот ите;
3. 1 килограмм иткә 8 грамм аш тоҙо;
4. 1 килограмм иткә 8 грамм нитрит тоҙо;
5. 1 балғалаҡ кипкән һарымһаҡ;
6. 1 балғалаҡ кориандр;
7. 1 балғалаҡ борос;
8. 1 балғалаҡ паприка;

 
Эшләү

Тауыҡтың аҡ итен ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Бот итен ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Өҫтә һаналып киткән бөтә ингредиенттарҙы ҡушып, 15 минуттай һәйбәт итеп болғайбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуябыҙ. Беҙҙең итебеҙ 2800 грамм булды, шуға беҙ 22 грамм аш тоҙо һәм 22 грамм нитрит тоҙо ҡуштыҡ.
Колбасаны тултырыр алдынан коллаген тышлыҡты үҙегеҙ теләгән оҙонлоҡта ҡырҡып, бер яҡ осон еп менән бәйләп, йылы тоҙло һыуҙа йомшартып, дезинфекциялап алырға кәрәк (1 литр һыуға 1 аш ҡалағы тоҙ).

Шунан ит турағыстың махсус насадкаһы ярҙамында коллаген тышлыҡҡа тултырып, икенсе яҡ осон да еп менән нығытырға.
Буласаҡ колбасаларҙы духовкала 85 градуста 3,5-4 сәғәт бешерәбеҙ. Бик тәмле колбаса килеп сыға!

Комментарийҙарҙа үҙ рецептарығыҙ, кәңәштәрегеҙ менән бүлешегеҙ! Ашығыҙ тәмле булһын!

Сығанаҡ һәм фото: "Башҡорт ауылы тормошо" төркөмө.

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

 

Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса
Тауыҡ итенән колбаса
Автор: Карима Усманова
Читайте нас