Йәмғиәт
21 Февраль , 05:30

Ҡыҙымды тыңлап, иремдән айырылдым (Булған хәл)

Ирем менән уйламағанда айырылып ҡуйҙыҡ. Ул хәлдәргә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Эш урынындағы шәфҡәт туташына әүрәгән булған икән. Мин һиҙмәнем дә, сөнки башкөллө эшемә бирелгән инем. Был хәлде студент ҡыҙым һиҙеп ҡалып, тегеләрҙе тотҡан... 

Ҡыҙымды тыңлап, иремдән айырылдым (Булған хәл)Ҡыҙымды тыңлап, иремдән айырылдым (Булған хәл)
Ҡыҙымды тыңлап, иремдән айырылдым (Булған хәл)

Ирем менән матур йәшәнек. Икебеҙ ҙә юғары белемлебеҙ, икебеҙ ҙә яҡшы урындарҙа эшләнек. Мин карьера баҫҡысынан бик тиҙ үрләнем: уҡытыусы – директор урынбаҫары – директор – мәғариф бүлеге... Карьерамды боҙмаҫ өсөн бер генә бала менән сикләндем.

Әлеге көндә 70 йәшемә яҡынлайым. Күптән түгел хаҡлы ялға киттем, сөнки нисек кенә теләмәһәм дә, китергә кәрәк ине. Коллегалар ҙа ҡырын ҡарай башланы кеүек. Фатирымды дүрт стена эсендә бикләнеп аптыранмаҫ өсөн үҙемә шөғөл табырға тырышам, әммә барыбер ҡыйын, сөнки япа-яңғыҙмын.

Ирем менән уйламағанда айырылып ҡуйҙыҡ. Ул хәлдәргә 20 йылдан ашыу ваҡыт үтте инде. Эш урынындағы шәфҡәт туташына әүрәгән булған икән. Мин һиҙмәнем дә, сөнки башкөллө эшемә бирелгән инем. Был хәлде студент  ҡыҙым һиҙеп ҡалып, тегеләрҙе тотҡан. Әлбиттә, миңә лә барыһы ла билдәле булды.

Бик ауыр кисерҙем, сөнки үҙем бер ваҡытта ла  иремә уйым менән дә хыянат иткәнем булманы... Ҡыҙыма миңә ҡарағанда ла нығыраҡ “шок” булды, сөнки 18 генә йәштә ине. Ошо хәлдән һуң ул ҡәтғи итеп: “Айырылаһың, хыянатсы менән йәшәмәйһең инде”, - тине. Үҙемдең дә ғорурлығым баштан ашҡан ине.

Айырылыштыҡ. Ирем донъяны (фатирҙы) бүлеп торманы, беҙгә ҡалдырҙы.

Ваҡыт үтте. Ҡыҙым кейәүгә сыҡты. Хәҙер улар кейәү менән алыҫ ҡалала йәшәй, йылына бер тапҡыр ғына отпускыға ҡайтып китәләр. Ҡыҙым миңә ҡарағанда аҡыллыраҡ булып сыҡты: карьера тип иҫе китмәне, өс бала тапты. Кейәү ҙә бик аҡыллы, матур холоҡло. Был йәһәттән күңелем  тыныс.

Тик бына үҙемдең яңғыҙлығым ҡайһы ваҡыт үҙәкте өҙә. Теге саҡ ҡыҙымды тыңлап дөрөҫ эшләмәнем, тип уйлайым хәҙер. Ирем һәйбәт кеше ине, кисерергә, икәү-ара аңлашырға кәрәк булған. Хәҙер инде бер киҫелгән икмәк кире берекмәй, уның яңы ғаиләһендә ике улы үҫә.

Ҡыҙымдың тормошо ла ал да гөл, элекке иремдеке лә... Бер мин генә яңғыҙлыҡтан яфа сигәм. Бына шулай, ирегеҙ менән арағыҙҙа ниндәй генә хәлдәр булһа ла, балаларҙы ҡыҫтырмағыҙ, ирҙәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ һәм ҡартлығығыҙҙа яңғыҙлыҡ тоймаҫ өсөн күп итеп, кәм тигәндә, өс бала табығыҙ. Әгәр тормош юлын яңынан башлап булһа, валлаһи, шулай итер инем. Тик... һуң шул...

Миңниса апайығыҙ.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!  

Фото нейроселтәр ярҙамында эшләнде. 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас