Йәмғиәт
23 Февраль , 07:30

Ватанды һаҡлаусылар көнө - барлыҡ быуындарҙы бәйләүсе байрам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә байрам менән ҡотланы.

Ватанды һаҡлаусылар көнө - барлыҡ быуындарҙы бәйләүсе байрамВатанды һаҡлаусылар көнө - барлыҡ быуындарҙы бәйләүсе байрам
Ватанды һаҡлаусылар көнө - барлыҡ быуындарҙы бәйләүсе байрам

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында яҙҙы.

“Барлыҡ хәрбиҙәрҙе, ветерандарҙы һәм Тыуған илгә хеҙмәт иткәндәрҙең барыһын да Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым.

Республикала йәшәүселәр һәр ваҡыт хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Яҡташтарыбыҙ бөйөк Рәсәй сиктәрен һаҡлаусы  ҙур армияның бер өлөшө булды һәм әле лә шулай.

Ватанды һаҡлаусылар көнө - барлыҡ быуындарҙы бәйләүсе байрам. Илебеҙ һәм хәрбиҙәребеҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәбеҙ. Һәләк булғандарҙың илебеҙ тарихына мәңгелеккә яҙылған батырлыҡтарын һәр саҡ хәтерләйәсәкбеҙ.

Геройҙарға мәңгелек хәтер һәм мәңгелек дан. Алғы һыҙыҡтағылар тиҙерәк өйҙәренә ҡайтһын! Өйҙә еңеү менән көтәбеҙ!”.

Сығанаҡ, фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас