

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан Торатау итәгендә Ишембай районының Урман-Бишҡаҙаҡ ауыл Советы ат фестивале үткәргән.
Сарала Урман-Бишҡаҙаҡ, Яр-Бишҡаҙаҡ, Ҡарайған, Сәлих, Әптек ауылы ир-егеттәре ҡатнашҡан. Шул уҡ ваҡытта бында славян халыҡтарының Масленица байрамы ла ойошторолған, ҡунаҡтарҙы тәмле ҡоймаҡтар һәм эҫе сәй менән һыйлағандар.
- Беҙ, Хөсәйеновтар ғаиләһе, Ишәй ауылынан килдек. Ат фестивале тураһында социаль селтәрҙән белдек, - ти Резеда Хөсәйенова. – Улыма Даниил да, ҡыҙым Эвелина ла ат ярата, спорт менән шөғөлләнәләр. Ярыштар ҙа, концерт та бик оҡшаны, байрамдан ҡәнәғәтбеҙ.
Фестивалдә беренсе урынға Урман-Бишҡаҙаҡ ауылы лайыҡ булған. Икенселә – Сәлих, өсөнсөлә – Ҡарайған ауылдары. Дүртенсе урынды әптектәр яулаһа, бишенсене Яр-Бишҡаҙаҡ егеттәре алған. Әйткәндәй, иң йәш ҡатнашыусылар – Әптек ауылы үҫмерҙәре. Ысын батырҙар – Ватан һаҡсылары үҫеп килә!
Ат фестиваленең бағыусыһы – "Яр ярымфабрикаттары" предприятиеһы етәксеһе Айгөл Ваһапова, ул сараны байрамса сағыу ойоштороуҙа ҙур ярҙам күрһәткән.
Фото һәм автор: Айһылыу Вахитова.
Сығанаҡ: “Торатау” гәзите.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!