Йәмғиәт
24 Февраль , 10:30

Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала

Ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ конференцияла

Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналаХалыҡтар берҙәмлеге йылына арнала
Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала

28 февралдә Өфөлә "Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының VI отчет-һайлау конференцияһы үтә. Сара Президент Владимир Путин иғлан иткән Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала.

Унда республикабыҙҙың ҡала һәм райондарынан бик күп хөрмәтле ҡунаҡтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. Фән эшмәкәрҙәре, мәғариф хеҙмәткәрҙәре, сәнғәт әһелдәре һәм башҡа тармаҡ кешеләре шуға асыҡ миҫал. Татар мәҙәниәтен үҫтереү, халыҡ-ара берҙәмлекте нығытыу, республикабыҙҙың бүтән этномәҙәни берекмәләре менән бәйләнештәрҙе булдырыу – бына ошо һәм башҡа мөһим мәсьәләләр ҡараласаҡ конференцияла.

"Башҡортостан татарҙарының милли-мәҙәни автономияһы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы 2009 йылдан бирле эшләй. Ойошманың рәйесе – Дәүләт Думаһы депутаты Римма Үтәшева.

Фото: скриншот kulturarb.ru

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас