

Башҡортостанда Талҡаҫ күлен һаҡлау һәм йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыу буйынса күләмле проект башлана.
4-5 мартта Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институтында ике көнлөк республика семинар-форум үтәсәк, ул «Таҙа Талҡаҫ» ҙур социаль проектына старт бирәсәк.
Сара Башҡортостан Башлығы Гранттары фонды булышлығында «Башҡортостан Республикаһы Ирҙәр ҡоро» атайҙар бәҫен күтәреү буйынса төбәк йәмәғәт ойошмаһы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Проекттың маҡсаты – граждандар контроле һәм экологик мәғрифәтте үҫтереү аша Талҡаҫ күленең уникаль экосистемаһын һаҡлау һәм тергеҙеү.
Төп йүнәлеш – йәмәғәт экология инспекторҙарын уҡытыу. Семинар барышында республика ҡалаларынан һәм райондарынан 150 экоәүҙемсе тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәте нигеҙҙәрен өйрәнәсәк, ҡағиҙә боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм теркәү алгоритмдарын (рөхсәтһеҙ сүплектәр, ярҙарҙы бысратыу, законһыҙ урман ҡырҡыу, ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендәге ҡағиҙә боҙоуҙар) һәм күҙәтеү органдары менән һөҙөмтәле эш итергә өйрәнәсәк.
"Беҙҙең маҡсат - тотороҡло ижтимағи экологик контроль системаһын булдырыу. Тәбиғәтте һаҡлау ведомстволары өсөн "күҙҙәр һәм ҡолаҡтар" әҙерләйбеҙ. Һүҙ урындағы хәлде күҙәтеүҙә дәүләткә ярҙам итә алырлыҡ грамоталы, юридик яҡтан белемле граждандар хаҡында бара. Был - тотош Башҡортостан экологияһын һаҡлауға тос өлөш", - тип билдәләй был хаҡта Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, проект етәксеһе, Башҡортостандың Ирҙәр ҡоро төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Зариф Байғусҡаров.
Әйткәндәй, теләгәндәр экологик инспектор булып, тыуған яҡтың тәбиғәтен һаҡлауға аныҡ өлөш индерә ала. Сара Сибай ҡалаһы, Белов урамы, 21 адресы буйынса үтәсәк.
Фото: Светлана Урманцева.