

“Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылдан тормошҡа ашырыла. Төп маҡсат – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү. Унда ҡатнашырға теләгәндәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки программа – йылдар буйы ҡул етмәгән проблемаларҙы хәл итеүҙең ышаныслы юлы ул.
Баймаҡ районының Күсей ауыл биләмәһе хакимиәте Башҡортостан Республикаһында тормошҡа ашырылған “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһында ҡатнашып, ауыл халҡы балалар һау- сәләмәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, яңы уйын майҙансығы өсөн тауыш биргән.
– Йыйылыштар үткәреп, инициативалы төркөм булдырҙыҡ. Ауыл халҡы, мәктәп балалары, ата-әсәләр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҙур теләк менән еңеүгә өмөтләнеп был сараға бәйле эштәрҙә әүҙем ҡатнаша. Балаларыбыҙ һау -сәләмәт булып, тышта күберәк уйнап, көс алып үҫһен өсөн, беҙгә яңы уйын майҙансығы кәрәк. Был бигерәк тә йәйге каникулдар осоронда олатай- өләсәйҙәре янына ейән-ейәнсәрҙәре ҡунаҡҡа ҡайтҡанда бик яҡшы булыр ине.
Беҙҙең маҡсат – СанПин ҡағиҙәләренә тап килерлек уйын майҙансығын ҡоролмалар менән тәьмин итеү. Программаға ҡушылыу өсөн ауыл халҡынан инициативалы төркөм төҙөлдө , – ти Күсей ауыл хакимиәте башлығы Мөхәмәт Әбсәләмов.
Күсей ауылы халҡы, был проектта әүҙем ҡатнашып, аҡсалата һәм матди сығымдарҙы бергәләшеп күтәрешеп еңеп сығыр, тип ышанабыҙ.
Автор фотоһы
Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...