25 февралдә Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең йәмәғәтселәре республика парламентының Геральдика залында киң фекер алышыу ойошторҙо. Сара төбәгебеҙгә Силәбе өлкәһе делегацияһының рәсми сәфәренә ярашлы үтте.
Башҡортостандың һәм Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палаталары рәйестәре Ынйы Әхмәҙуллина менән Николай Дейнеко үҙҙәрендә үткән йылда башҡарылған эштәрҙе презентацияланы. Профилле комиссиялар, ваҡытлыса хеҙмәт төркөмдәре рәйестәре лә эшмәкәрлектәре хаҡында һөйләне.
– Беҙҙе иҡтисади, тарихи, мәҙәни хеҙмәттәшлек бәйләй, шуға ла бөгөнгө диалог айырыуса мөһим, кәрәкле. Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палатаһы вәкилдәре менән осрашыу ифрат йылы мөхиттә, һөҙөмтәле үтте. Был яңы юлдың башы ғына, – тине Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина. – Сара яңы уртаҡ проекттар булдырыу мөмкинлеген бирә. Бергәләп махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторын үҫтереү буйынса эшләйәсәкбеҙ.
Николай Дейнеко иһә Башҡортостанға ҙур тәжрибә алыу, яҡшы өлгөләрҙе өйрәнеү маҡсатында килеүҙәрен билдәләне.
– Беҙҙең хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға. Ике яҡтың да граждандар йәмғиәтен, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар секторын үҫтереү, илһөйәрлек тәрбиәһе мәсьәләләре буйынса уртаҡлашыр тәжрибәһе бар. Беҙҙең партнерлыҡ Башҡортостан халҡына ла, силәбеләр өсөн дә файҙалы буласаҡ. Бар йәмәғәтселәрҙе уртаҡ эштәр – яугирҙәргә төрлө яҡлы булышлыҡ, гуманитар ярҙам йыйыу, еңеүҙе яҡынайтыуға ынтылыш берләштерә. Комиссиялар рәйестәренең бер-береһе менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итеүе мөһим – был, һис шикһеҙ, үҙ емештәрен бирәсәк, – тине Николай Дейнеко.
Иртәгә, 26 февралдә, Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе Йәмәғәт палаталары араһында килешеүгә ҡул ҡуйыласаҡ. Был документ нигеҙендә берҙәм саралар уҙғарыласаҡ, тәжрибә уртаҡлашыуҙар ойоштороласаҡ. Йәмәғәт палаталары ағзалары шулай уҡ Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнөндә буласаҡ, “Илһөйәрлек тәрбиәһе һәм МХО-ға ярҙам: Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең йәмәғәт ойошмалары өлгөһө” ғилми-ғәмәли конференцияһында ҡатнашасаҡ.
Фотолар: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы.
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ.