Өсөнсө сабыйыма ауырлымын. Ике малайҙан һуң тыуасаҡ ҡыҙыбыҙға бөтә ғаиләбеҙ менән ҡыуанабыҙ. Ләкин... иң бәхетле мәлдәремдә күңелемде бер нимә өйкәп тик тора...
Ғаиләбеҙҙә бала тыуған һайын кемдер үлә. Барыһы ла өлкән апайымдан башланды. Тәүге тапҡыр ауырлы сағында олатайыбыҙ үлде, икенсеһендә – ҡәйнәһе. Өсөнсө тапҡыр йөклө йөрөгәнендә көтмәгәндә операциянан һуң ағайыбыҙ вафат булды.
Был осраҡлы яңылышлыҡ тип уйлай инек, ләкин мин ауырлы саҡта был хәлдәр ҡабатланды. Тәүге улымды көткән саҡта аварияға осрап, фажиғәле рәүештә иң яҡын әхирәтем үлде. Икенсе улыма йөклө йөрөгәндә пневмониянан ағайым мәрхүм булды. Шул саҡта был үлемдәрҙең осраҡлы түгеллеген аңланыҡ. Әсәйебеҙгә һөйләгәс, ул да ошондай хәлдәрҙе иҫенә төшөрҙө. Баҡһаң, апайымды көткәндә – әсәһе, ә миңә ауырлы саҡта атаһы йән биргән икән.
Әле бөтәбеҙ ҙә ҡотобоҙ осоп йөрөй. Ғәҙәттә, яҡындарыбыҙ бала табырға бер-ике ай ҡалғас вафат була. Әле минең етенсе ай китте. Ҡыҙымды табыр өсөн кемделер юғалтырға тура киләсәге тураһында уйлаһам, кәйефем төшә, ҡан баҫымы күтәрелә. Ике тапҡыр дауаханаға ла эләктем. Табиптар тыныс бул, борсолма, был миңә лә, балаға ла насар тәьҫир итә ти. Тик нисек борсолмайһың инде? Тағы ла бер яҡын кешем китеп барһа...
Апайым муллағамы, әбей-фәләнгәме барайыҡ, ти. Ауырлы килеш улай йөрөргә лә ҡурҡыта. Ни эшләргә икән, кәңәш бирегеҙ әле миңә?
Фото: нейроселтәр ярҙамында эшләнде.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!