Йәмғиәт
26 Февраль , 10:10

"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе

Һәр кем хәйер иҫәбенән был кәштәгә аҙыҡ-түлек ҡалдыра, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.

"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе
"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе

Хәйбулла район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, изге Рамаҙан уңайынан Хәйбулла районы Өфө ауылының "Ләйсән" магазинында яңынан "Саҙаҡа кәштәһе" булдырылған.
- Солтановтарҙың һатыу нөктәһендә мәрхәмәтле урын булдырыу үҙе бер йолаға әйләнеп бара. Һәр ваҡыттағыса, магазин һатыусыһы Алһыу Рәсүл ҡыҙы "Саҙаҡа кәштәһе"нең әүҙем эшләүенә ныҡ булышлыҡ итә.

Һәр кем хәйер иҫәбенән был кәштәгә аҙыҡ-түлек ҡалдыра ала, ә мохтаждар үҙҙәренә кәрәкле әйберҙе бушлай алып китә ала.
Ауыл ағинәйҙәре башлаған изге эш быйыл да дауам итә. Быйылғы йылда МХО-ла булған егеттәребеҙгә гуманитар ярҙам йыйыу өсөн айырым урын билдәләнде.
Әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерәбеҙ, изге айҙа ҡылған эштәрегеҙҙең сауаптары насип булһын! - ти өфөләр.

Фото һәм сығанаҡ: Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: max.ru/gazetabash...

"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе
"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе
"Ләйсән" магазинында - саҙаҡа кәштәһе
Автор:Карима Усманова
Читайте нас