Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 14:00

“Ҡасан кейәүгә сығаһың?” тигән һорауҙы бирмәгеҙ, ти ҡыҙым...

Атаһы менән беҙ хәҙер был теманы күтәрмәйбеҙ, әммә туғандарҙың ауыҙын ябып булмай. Береһе өндәшмәһә, икенсеһе һорап ҡуя. Ә ҡыҙымдың йәне көйә... Уйланып йөрөнөм дә, тәүәккәлләргә булдым һәм ишеткәнемдән шаҡ ҡаттым...

“Ҡасан кейәүгә сығаһың?” тигән һорауҙы бирмәгеҙ, ти ҡыҙым...
“Ҡасан кейәүгә сығаһың?” тигән һорауҙы бирмәгеҙ, ти ҡыҙым...

“Ғаиләбеҙҙә – өс ҡыҙ. Өлкәндәре 20-һе тулыу менән кейәүгә сығып, ғаилә ҡорҙо. Аллаға шөкөр, матур ғына йәшәйҙәр, икешәр бала үҫтерәләр. Ә бына кинйәкәйебеҙ кейәүгә сығырға һис тә ашыҡмай. Өфөлә эшләп йөрөй, бер бүлмәле фатир һатып алды, ипотека түләй. Быйыл 30 йәше тула.

Уны эйәле-башлы итеү, әлбиттә, беҙҙе борсомай ҡалмай. Элегерәк: “Ҡыҙым, тормош ҡороу тураһында уйларға кәрәк”, - тиһәң, “Эйе, эйе”, тип ыңғай яуап бирә ине, хәҙер был һорауға яуап биреүҙән ситләшә, йә шаяртыуға бора ла ҡуя. Атаһы менән беҙ был теманы күтәрмәҫкә тырышабыҙ, әммә туғандарҙың ауыҙын ябып булмай. Береһе өндәшмәһә, икенсеһе һорап ҡуя. Ә ҡыҙымдың йәне көйә...

Балаһының киләсәк яҙмышы әсә йөрәген яндырмай ҡалмаймы һуң инде? Уйланып йөрөнөм дә, тәүәккәлләргә булдым... Таныштар аша бер димселек ойошмаһын белешеп, шуның хужабикәһенә ҡыҙым тураһында мәғлүмәт ебәрҙем. Фотоһын да һалдым. Күп тә тормай теге ҡатындан яуап килде. “Ҡыҙығыҙ күптән минең базала тора, ике-өс тапҡыр осрашыуға ла килгәне булды, әммә бигерәк талаптары юғары, мин таныштырған кешеләрҙең береһен дә оҡшатманы”, – тип яҙҙы. Был хәбәрҙе, ғөмүмән, беҙҙең аралашыуҙы бер кемгә лә, беренсе сиратта ҡыҙыма әйтмәҫкә ҡушты.

Эй, йөрәгем янды... Оҙаҡ эсем бошоп йөрөнөм. Балаҡайым үҙ парын табырға теләп, хатта танышыу ойошмаһына ла мөрәжәғәт иткән бит... Тимәк, был мәсьәлә уны ла борсой.

Ҡыҙҙары, улдары ғаилә ҡороу йәшенә еткән, хатта үтеп киткән атай-әсәйҙәр ошо мәсьәләгә нисек ҡарай икән? Нимә эшләргә, нисек ярҙам итергә була балаҡайҙарға? Япа-яңғыҙ ҡалғандар ҙа аҙ түгел бит тормошта. Ошо һорау мине хәҙер ныҡ борсой. Һеҙ нимәләр уйлайһығыҙ был хаҡта?

Барығыҙға ла именлек-һаулыҡ теләп, Баймаҡ районынан Рәйсә апайығыҙ”.

Нәсих Хәлисов фотоэтюды. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ! 

 

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас