Беренсе марттан Өфөлә трамвай һәм троллейбустарҙа йөрөү хаҡы арттырыла. Яңы тарифты “Өфө ҡала электр транспорты” муниципаль предприятиеһы раҫлаған һәм ул бөтә пассажир муниципаль электр транспортына ҡағыла.
Йөрөгән өсөн ҡулаҡса йәки банк картаһы менән түләгәндә билет 41 һум торасаҡ. Ваҡыты сикләнмәгән пластик карталар, берҙәм транспорт картаһы, шулай уҡ транспорт ҡушымтаһы булған картаны файҙаланыусылар 34 һум түләйәсәк.
Мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарының берҙәм транспорт картаһы менән файҙаланыусы уҡыусылары өсөн билет 21 һум тип билдәләнгән.
Фото: социаль селтәрҙән.