Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Февраль , 13:00

Халыҡ менән власть араһындағы күпер

Башҡортостанда Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө билдәләнде.

Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер

26 февралдә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды, республиканың Йәмәғәт палатаһы аппараты, “Мәрхәмәт” хәйриә фонды Башҡортостан Республикаһында коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнөн уҙғарҙы.

Сарала 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Улар – төбәктең бюджет учреждениелары, министрлыҡтары, ведомстволары, муниципаль берәмектәр хакимиәттәре, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенән килгән делегация ағзалары ла ҡатнашты, һөҙөмтәлә сара ике яҡ вәкилдәре өсөн аралашыу, танышыу, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығына әйләнде.

Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнөн асыу сараһында Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенең эске сәйәсәт буйынса етәксеһе урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы гранттары фондының Попечителлек советы рәйесе Данияр Абдрахманов, Силәбе өлкәһе Хөкүмәтенең йәмәғәт бәйләнештәре идаралығы етәксеһе Дмитрий Семенов, Силәбе өлкәһенең Йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Дейнеко, “Силәбе өлкәһенең граждандар башланғыстарына ярҙам һәм иҡтисадтың коммерцияға ҡарамаған секторын үҫтереү үҙәге” фонды генераль директоры Михаил Комиссаров, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды генераль директоры Люция Сәйфуллина, Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина, ойошма аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина, Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәркис Алмаҡаев һәм башҡалар сығыш яһаны.

– Илебеҙҙә корпоратив социаль яуаплылыҡ мәҙәниәте әүҙем үҫешә. Уҙған йылдың өс кварталы буйынса ҡарағанда ғына, Рәсәйҙең 239 ойошмаһы социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған секторға 80 миллиард һум самаһы бүлгән, – тине сығышында Данияр Абдрахманов. – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был тармаҡты үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. Төбәгебеҙ өсөн ошо тема иң көнүҙәктәрҙең береһе булып ҡала. Быны һан күрһәткестәре раҫлай: республикала социаль йүнәлешле өс меңдән ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма бар. Әммә яуланған уңыштарҙа туҡтап ҡалмай, артабан үҫешәбеҙ. Мәҫәлән, быйыл республикалағы коммерцияға ҡарамаған ойошмалар 300 миллион һум самаһы күләмдә грант ярҙамы аласаҡ (Президент гранттары фондынан федераль финанслашыуҙы иҫәпкә алғанда). Был – башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн етди ресурс. Бөгөн республика муниципалитеттарында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға комплекслы ярҙам күрһәтеү маҡсатында алты ресурс үҙәге эшләй. Һуңғы ваҡытта башҡарған киң ҡоласлы хеҙмәтебеҙ, граждандар менән осрашыу үҙ һөҙөмтәһен бирә.

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды генераль директоры Люция Сәйфуллина коммерцияға ҡарамаған секторҙың йәмғиәтебеҙҙе йәнлерәк, кешелеклерәк, мәрхәмәтлерәк итеүен билдәләне.

– Һеҙ изгелек күрһәтеүҙең аныҡ эш икәнен, битараф булмау, ярҙамға ынтылыуҙың тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртә алыуын көн дә раҫлап йәшәйһегеҙ. Кешеләргә хеҙмәт кенә күрһәтеп ҡалмайынса, өмөт, ышаныс өҫтәйһегеҙ, – тине ул. – Коммерцияға ҡарамаған сектор ни тиклем көслө, халыҡ менән власть араһындағы бәйләнеш тә шул тиклем яҡыныраҡ. Былтырғы эш йомғаҡтарына ҡарағанда, бихисап уңышлы проекттар тормошҡа ашырылды. Улар йәмғиәттең ярҙамға айырыуса мохтаж төркөмдәренә, мәҙәниәтте үҫтереүгә, тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға, башҡа күп көндәлек мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелде. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ошо башланғыстарҙың күбеһенә булышлыҡ итте.

Республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина, фекерҙәштәрҙе байрам менән ҡотлап, әлеге сарала яңы идеялар, проекттар тыуырына ышаныс белдерҙе. Аппарат етәксеһе Элина Ғатауллина иһә Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнөнөң бер-беребеҙгә тағы бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен әйтеү мөмкинлеге тип баһаланы. "Башланғыстарҙы тормошҡа ашырғанда ниндәй генә ҡатмарлылыҡтар булмаһын, беҙ бергәләп һәр саҡ проекттарҙы аҙағына тиклем алып барып еткерәбеҙ. Бер-беребеҙҙән өйрәнәбеҙ. Йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге һеҙгә аныҡ ярҙам күрһәтә тип ышанабыҙ. Бөгөнгө саранан үҙегеҙгә күп тәжрибә өлгөһө алырһығыҙ тигән өмөттәбеҙ. Майҙансыҡтарға һеҙҙең барлыҡ һорауҙарығыҙға яуап бирә алырлыҡ белгестәрҙе йыйғанбыҙ", - тине Элина Ғатауллина.

Рәсәй Юстиция министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Нәркис Алмаҡаев үҙҙәре менән хеҙмәттәшлек өсөн республиканың Йәмәғәт палатаһына рәхмәт әйтте. “Төбәгебеҙ рәсми теркәлгән коммерцияға ҡарамаған ойошмалар иҫәбе буйынса Волга буйы федераль округында лидер булып тора – улар 6,7 мең самаһы, – тине ул. – Ойошмаларҙы отчет биреүҙең яңы ҡағиҙәләренә өйрәтергә һәр саҡ әҙербеҙ”.

Программаға ярашлы, артабан белем биреү саралары, стратегик сессиялар, Йәмәғәт проекттары ресурс үҙәге эксперттары ҡатнашлығында диалог майҙансыҡтары, нетворкинг, интерактив спринт-уйын, Рәсәй Юстиция министрлығына электрон отчет биреү, бухгалтер иҫәбе мәсьәләләре буйынса оҫталыҡ дәресе, ғаиләне, әсәйҙәрҙе, атайҙарҙы, балаларҙы яҡлау, өлкән йәштәгеләр, сирлеләр менән эшләү темалары буйынса сессиялар һәм башҡа әһәмиәтле саралар үтте. Шулай уҡ 2026 йылда иң яҡшы тип табылған, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды конкурсында еңгән 20 ойошманы бүләкләү тантанаһы булды.

Республикабыҙға Силәбе өлкәһе делегацияһы сәфәренә ярашлы, Башҡортостан Башлығы гранттары фонды менән Көньяҡ Урал граждандар башланғыстарын яҡлау фонды араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Люция Сәйфуллина һәм Михаил Комиссаров ҡул ҡуйҙы.

Айрат Нурмөхәмәтов, Дмитрий Сәғитов фотолары.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ.

Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Халыҡ менән власть араһындағы күпер
Автор: Дилбәр Ишморатова
Читайте нас