

Бөгөн, 1 мартта, Башҡорт ғаиләһе көнө билдәләнә. Шөкөр, республикабыҙҙа ла, милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән башҡа төбәктәрҙә лә халҡыбыҙҙың рухын, ҡотон, милли йолаларын, тәрбиә алымдарын һаҡлап йәшәгән башҡорт ғаиләләре бик күп.
Һеҙҙе Сибай ҡалаһынан Шәриповтар ғаиләһе менән таныштырабыҙ. Ғаилә башлығы Данил Йәүҙәт улы икмәкханалар селтәрендә идарасы булып эшләй. Ләйсән Фәнис ҡыҙы Иҫке Сибай ауылындағы балалар баҡсаһында педогог-психолог булып эшләп, хәҙерге көндә декрет ялында.
Шәриповтар сәскә кеүек өс ҡыҙ үҫтерә. Исемдәре лә матур һәм мәғәнәле: Мәликә, Әминә һәм Дәрийә.
Талантлы, эшһөйәр, берҙәм ғаиләнең матур шөғөлдәре, тәрбиә алымдары менән “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙгә ҡуйылған видеояҙма аша таныша алаһығыҙ.
Һеҙҙең иғтибарға Шәриповтарҙың ғаилә татыулығы, уның кеше тормошондағы роле тураһындағы матур яҙмаһын да тәҡдим итәбеҙ. Йәш, матур, татыу ғаиләнең уй-фекерҙәре лә матур һәм яҡты.
“Ғаилә — кешенең иң ныҡлы терәге, иң ышаныслы ҡәлғәһе. Ул таш стеналарҙан түгел, ә һөйөү, ихтирам һәм сабырлыҡтан төҙөлә. Ҡәлғәне һаҡлау өсөн нисек көндәлек хеҙмәт кәрәк булһа, ғаиләне һаҡлау өсөн дә даими эш, иғтибар һәм аңлау талап ителә”, – ти Шәриповтар.
Ғаилә үҙенән-үҙе генә нығынмай. Уның өҫтөндә көн һайын эш алып барырға кәрәк. Был эш күренмәй, ул гөлләмә кеүек ҡулда тотолмай, әммә уның һөҙөмтәһе һәр аҙымда һиҙелә. Бер-береңде ишетеү, йомшаҡ һүҙ табыу, асыу килгәндә туҡтап ҡалыу, ғәфү итә белеү — бына шулар ғаиләнең нигеҙен нығыта.
Ҡыҙған мәлдәр ҙә була. Ҡайһы саҡ тимерҙе ҡыҙыуында һуҡҡандай, әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр ташҡандай тойола. Ләкин тап шундай мәлдәрҙә сабырлыҡ еңә икән, ғаилә тағы ла көслөрәк була. Сөнки тормош булғас, төрлөһө була. Һәр кеше үҙе менән бала саҡ тәрбиәһен, ғәҙәттәрен, ҡараштарын алып килә. Ике төрлө донъяның бер бөтөн булып ҡушылыуы еңел эш түгел. Әммә тап ошо берләшеү ғаиләне айырыуса ҡиммәтле итә.
Ситтән ҡарап, матур, өлгөлө ғаилә тип әйтеүе еңел. Ә уның эсендә ниндәй хеҙмәт, ниндәй көс, ниндәй тырышлыҡ ятҡанын һәр кем дә күрмәй. Ике кеше, ике төрлө тәрбиәлә үҫеп, бер маҡсатҡа табан атлай башлай. Улар бер-беренә ышаныс төҙөй, уртаҡ ҡағиҙәләр таба, бер бөтөн донъя булдыра. Был юлда хаталар ҙа була, бәхәстәр ҙә осрай. Ләкин иң мөһиме — бергә ҡалырға теләү һәм бер-береңде хөрмәт итеү.
Ғаилә — ул күрһәтеү өсөн генә түгел. Инстаграмдағы матур күренештәр артында ла ғәҙәти тормош бара. Көлөү ҙә, илау ҙа, уңыш та, борсолоу ҙа. Барыһы ла кадр артында ҡала. Ысын бәхет фото менән үлсәнмәй, ул көндәлек мөнәсәбәттәрҙә йәшәй.
Әгәр һәр кеше үҙе өҫтөндә эшләһә, сабырлыҡҡа өйрәнһә, һүҙен үлсәп һөйләһә, үҙенең етешһеҙлектәрен таный белһә, ғаилә мотлаҡ юғары баҫҡыстарға күтәрелә. Сөнки ғаилә үҫеше һәр ағзаның үҫешенән башлана.
Ғаилә — минең ҡәлғәм. Ул мине яҡлай, мин уға таянам. Ул көслө булһын өсөн, мин дә көслө булырға тырышам. Ҡәлғә таштан түгел, ә йөрәктәрҙән төҙөлә. Ә йөрәк берҙәм булһа, теләһә ниндәй ел дә уны емерә алмай”, – ти Шәриповтар.
Видеояҙма һәм фотолар Шәриповтар ғаиләһенең шәхси альбомынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!