Кешегә сауап итеү, изгелек ҡылыуҙың ни тиклем әһәмиәтле булыуын тормош һәммәбеҙгә лә йәшәй-йәшәй төшөндөрә. Был донъяға килгәнбеҙ икән, һәр ҡайһыбыҙ үҙенең иңенә төшкән ҡыйынлыҡтарҙы сабыр ғына күтәрергә тейеш. Тап ошондай сифаттарға эйә түҙемлеге, изгелеге менән өлгө булған замандашыбыҙ ул Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы Мәҡсүтова.
Бишенсе сабыйын көткәндә тол ҡала
Уның менән әңгәмәләшеү күңелгә ниндәйҙер бер сихәт биргән һымаҡ. Ваҡыт үткәне лә тойолманы. Еңел, йөрәккә ятышлы йылы һөйләшеү булып күңелгә һеңеп ҡалды.
Тыумышы менән Федоровка районының Юлдаш ауылынан ул, 18 йәшендә Көйөргәҙе районы Таймаҫ ауылына килен булып төшә. Тормош иптәше менән биш балаға ғүмер бирәләр.
Яҙмыш тулҡындары ныҡлы һынай Мәүлиҙә апайҙы. 35 йәшендә бишенсе сабыйына ауырлы сағында уның тормош иптәше вафат була. Әлбиттә, ауыр була, ләкин балаларын нисек тә аяҡҡа баҫтырыу маҡсаты уны һындырмай. Һәр береһенә матур тәрбиә бирергә тырыша, үҙе лә һәр яҡлап өлгө була.
Хәрби хеҙмәткә киткән улы һәләк була
Үкенескә ҡаршы, Мәүлиҙә Фәхрислам ҡыҙы үтәһе һынау бының менән генә сикләнмәй. 19 йәше тулып, 20-се йәшкә киткән Илсур улы һалдат бурысын үтәгәндә Чечняла һәләк була. 10 ай армияла хеҙмәт итеп өлгөрә ул. Ҡурҡыу белмәгән, һәр нәмәлә яуаплылыҡ тойған көслө рухлы егет була Илсур.
Бала ҡайғыһынан да ауыры юҡ. Мәүлиҙә апайҙың был ваҡиғанан һуң һаулығы ҡаҡшай, дауаханаға эләгә. Бер аҙна эсендә ул намаҙ уҡыу тәртибен өйрәнә, намаҙға баҫа. Үҙендә ниндәйҙер бер ғәҙәти булмаған һәләт асылыуын шул мәлдә тоя ул. Дауахананан ҡайтып барған сағында ҡаршыһына ауылдаш ҡатын осрай. Мәүлиҙә апай уның эсендә борсаҡ ҙурлыҡ ҡына ауырыуы ҡалыуын күрә. Ауылдашының бик ныҡ ауырыйым тигән һүҙенә ҡаршы: “Оҙаҡ йәшәрһең. Сирең борсаҡ ҙурлыҡ ҡына ҡалған”,– тип яуап ҡайтара. Әйткәне тормошҡа аша. Ауылдашы һауығып китә.
Яйлап Мәүлиҙә апай ғәрәп телен өйрәнә, Ҡөрьән уҡый башлай. Улы 1996 йылда һәләк булһа, 1998-2000 йылдарҙа ныҡлап дингә килә.
Халыҡ дауаһы серҙәренә лә төшөнә. Был оҫталыҡ уға электән яҡын була. Йәш сағында уҡ ҡәйнәһенән эс төшкән осраҡта уны күтәрергә, мейе һелкенгәндә урынына ултыртырға, ҡот ҡойорға, күҙҙе яларға өйрәнә. Элек баҫыуҙа эшләгәндә күҙгә сүп кереп мөрәжәғәт итеүселәр ҙә аҙ булмай. Быуынды урынына ултыртыу һәләтенә лә төшөнә. Быны ул ҡулы менән тотоп ҡарағанда тойомлап башҡара. Һөйәк урынында түгеллеген ҡулы менән һиҙә.
Тормош үҙе уға нисек йәшәргә өйрәтә, юлын күрһәтә. Бер мәлде намаҙын ҡалдырған осоронда йәнә ауырып китә. Бик ныҡ ябыға, түшәккә ята. Шул мәлдә эргәһендә һөйләшкән тауышты ла асыҡ ишетә. “Сәй ҙә эсә алмағас, бер аҙнанан да күпкә бармаҫ ул” тигән һүҙҙәр һиҫкәндерә. Был ваҡиға уға намаҙҙа булырға кәрәклеген иҫкәртә. “Үлһәм дә, намаҙ уҡып үләйем”,– тип бөтә күңеленән бер туҡтамай доғалар уҡый башлай.
– Доғаларҙың ҡөҙрәте ҙур. Ике көн тигәндә сәй ҡаптым, өс көн тигәндә ашау теләге барлыҡҡа килде. Дүрт көндән үҙемдең шәбәйеремде тойҙом. Был ваҡиға аша намаҙ ҡалдырырға ярамағанлығын аңланым, – тип һөйләне әңгәмәсем.
Бөгөн дә Мәүлиҙә апай дин юлында. 78 йәшкә етһә лә ураҙа тота. Балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен доғаларынан өҙмәй. “Бер улым мәңгелек һалдат. Ейәндәрем иҫән-имен булһын”, – ти ул. Ике тапҡыр Хажға ла барып ҡайтҡан.
МХО һалдаттарына 100 мең һум биргән
Улы һалдат бурысын үтәгәндә һәләк булған әсә әле махсус хәрби операцияла йөрөгән яугирҙәргә битараф ҡала алмай. 2023 йылда һалдаттарға ярҙам буһын тип 100 мең һум тапшырған. Унан һуң да ярҙамынан өҙмәй, 10-ар меңләп әленән-әле һалдаттар өсөн үҙ өлөшөн индерә. Кешеләргә ярҙам итеп, үҙе лә ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерә изге йөрәкле апай.
Һалдаттан ҡайта алмаған Илсур улының яҡты иҫтәлеге яҡташтары, ауылдаштары күңелендә йәшәй. Таймаҫ мәктәбендә уның иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылған. Бер класс батыр һалдаттың исемен йөрөтә. Улының Ҡаһарманлыҡ ордены ҡәҙерле иҫтәлек булып үҙендә һаҡлана.
Әсә өсөн баланан да ҡәҙерлеһе юҡ. Улын айырым бер йылы хистәр менән хәтергә ала ул.
– Балаларым бәләкәйҙән үҙ-ара татыу, егәрле булып үҫте. Илсур улым да өйҙәге барлыҡ эште башҡарҙы, – тип балалыҡ йылдарын иҫкә төшөрҙө.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштары, һәләк булған улының яҡты иҫтәлеге йәшәтә Мәүлиҙә апайҙы.
Мохтаждарға ярҙам итеүҙән, тирә-йүндәгеләргә изгелек ҡылыуҙан йөрәгенә көс-ҡеүәт алып ғүмер йомғағын һүтә.
Уның доғаларының көсөн тойоп өшкөрөлөргә килеүселәр ҙә байтаҡ. Бала таба алмай, ярҙам һораусыларҙы ла кире бормай халыҡ дауалаусыһы. Ярҙамы өсөн бер ҡасан да хаҡ ҡуймай Мәүлиҙә апай.
– Кеше бер-береһен яратһын, асыу тотмаһын, ихлас булһын, хәләл көс менән донъя көтһөндәр ине, – тип замандаштарына теләктәрен дә әйтте.
“Ике тулғаҡ араһындағы теләгән теләк ҡабул була”
Дингә ҡыҙыҡһыныу, өшкөрөү – был сифаттар нәҫелдән дә килә тиергә мөмкин. Сөнки Зөләйха исемле ҡарт өләсәһе заманында кешеләрҙе өшкөрөп дауалаған, быуындарҙы ултыртҡан. Ике яҡлап та өләсәләре намаҙ уҡыған.
– Өләсәйемдең әйткән ошо һүҙҙәре лә күңелгә һеңеп ҡалған. “Ике тулғаҡ араһында теләгән теләк ҡабул була” тигәйне. Үҙемдең миҫалымда ла бының дөрөҫлөгөн инандым. “Балаларыма өлгөлө, яҡшы әсәй булырға” тигән хыялым тормошҡа ашты, – ти ул.
Кемгәлер яҙмыш ауырлыҡтарҙы өйөп бирә, икенселәргә барыһы ла еңеллек менән килә. Быны Аллаһ Тәғәләнең һынауы итеп ҡабул итергә, сабыр булырға кәңәш итә Мәүлиҙә ханым.
Оло йәштә булһа ла күңеленә ятҡан шөғөлө тураһында белдек – әле булһа ул шәл бәйләй.
– Бәләкәйҙән шәл бәйләйем, тиһәм дә була. Беҙҙең яҡта был шөғөлгә бик йәштән тотоналар. Өйрәнәм тип, апайҙарымдың бәйләм эшен боҙоп ҡуя торғайным. Ике тапҡыр Өфөлә шәл күргәҙмәһендә ҡатнаштым, 2-се дәрәжә диплом алдым. Район кимәлендә уҙғарылған шәл бәйләмендә лә Гран–приға лайыҡ булдым, – ти ул.
Мәүлиҙә апай менән былай ғына һөйләшеү мөмкин түгел. Уның һәр һүҙе, әйткәне тормош һабағы һымаҡ. Йәшәү мәғәнәһенең тәрәнлеге уның тормошо миҫалында ла күренә.
Киләсәктә лә тирә-йүндәгеләргә изгелек сәсеп йәшәгеҙ, Мәүлиҙә апай! Ҡылған сауабығыҙ үҙенә лә изгелек булып ҡайтһын.
Фото: район хакимиәтенән.