Йәмғиәт
2 Март , 10:00

Эшҡыуар булыуы еңел түгел

Конкурсантыбыҙ 15 йыл ярымфабрикаттар етештереү өлкәһендә хеҙмәт итә.

Эшҡыуар булыуы еңел түгелЭшҡыуар булыуы еңел түгел
Эшҡыуар булыуы еңел түгел

Йәмғиәтебеҙҙә тормошта үҙ урынын тапҡан, уңышлы хеҙмәт иткән гүзәл заттар байтаҡ. Эшҡыуарлыҡ тармағын да ышаныслы яулай хәҙер ҡатын-ҡыҙҙар. Ишембай ҡалаһынан шәхси эшҡыуар Айгөл Ваһапова 15 йыл ярым фабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә.

Ишембай районының Ишәй ауылы ҡыҙы ул.  VIII класты тамамлағас, Яр Бишҡаҙаҡ ауылына күсенәләр. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатын тамамлағандан һуң Өфөлә Башҡорт дәүләт универсетытының Хоҡуҡ институтында белем ала. Юғары судта бер аҙ эшләгәс, һөнәренең  күңеленә ятмауын аңлай. Был ваҡытта атаһы районда “Уңыш” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен ойоштороп, малсылыҡ менән шөғөлләнгән була. Оҙаҡ уйлап тормай тормош иптәше Илгиз менән ҡабаттан ауылға ҡайта. Тәүҙә хужалыҡтағы эштәрҙә ярҙам итеп йөрөһәләр, һуңынан күптәнге хыялдарын тормошҡа ашыралар, үҙҙәренең эшен асалар, ярымфабрикаттар етештереүгә тотоналар.  

Тәүге осорҙа өс төрлө генә билмән эшләйҙәр, яйлап ассортимент киңәйә. Хәҙер билмәндең генә 10 төрө бар, ярымфабрикаттар һаны 50 төргә  яҡын. Билмән, чебурек, манты, голубцы, быҡтырылған ит консервалары, колбаса, сервелат, ыҫланған ит  етештерәләр. Итле ризыҡтар ғына түгел, ҡоймаҡ, эремсекле ҡабартмалар  әҙерләүҙе лә  яйға һалғандар.

Һатып алыусылар ҡәнәғәт булһын, ризыҡтарын оҡшатһын өсөн иң элек сифатҡа өҫтөнлөк бирә эшҡыуар.

– Ҡамырға ла, фаршҡа ла бер ниндәй ҙә тәмде көсәйткес кеүек өҫтәмәләр ҡушмайбыҙ. Тәбиғи ризыҡ булғас, халыҡҡа ла оҡшай. Итте лә ветеринария станцияһы аша тикшерелеү үткәнен генә ҡулланабыҙ. Сифат һәм хәүефһеҙлек тәүге сиратта тора. Һатып алыусыларҙың фекере менән дә һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынам. Халыҡ ниндәй теләктәр белдерә, нимә оҡшай, нимә юҡ – барыһын да һорашып-белешеп торам. “Билмәнегеҙҙе алып тәмләп ҡарағайныҡ, оҡшаны, хәҙер манты алырға килдек”, – тип рәхмәт әйтеп киткәндәре бар. Шул ваҡытта күңел күтәрелеп китә, сөнки беҙ продукциябыҙҙың һатып алыусыларға оҡшаһын өсөн бөтә тырышлығыҙҙы һалабыҙ, – тип һөйләне Айгөл Айҙар ҡыҙы.

2023 йылда Ишембай ҡалаһында ташландыҡ ике ҡатлы бинаны ремонтлап ала йүнсел ғаилә. Бында хеҙмәткәрҙәр өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы ла маҡсат итеп ҡуялар. Аш-һыу, сисенеү-кейенеү, душ бүлмәләре  лә бар. Ярымфабрикаттар етештереү буйынса барлыҡ эштәр ошо бинала алып барыла.

Башҡортостан лизинг компанияһы менән килешеү төҙөп, туранан-тура Ҡытайҙан ярым фабрикаттар эшкәртеү буйынса линияға заказ биргәндәр. Былтыр декабрь аҙағында ул килеп етә, быйыл  ғинуар айында яңы ҡорамалдар  ҡорола. Билмән өсөн ҡамыр йәйеү, түңәрәкләп ҡырҡыуҙы хәҙер машина башҡарһа, билмәнде ҡул менән эшләү ысулы һаҡланған.  

Йылдар үтә тора, Ваһаповтар үҙҙәренең эшен дә киңәйтә бара. Хәҙер Ишембайҙа ғына ике магазиндары бар, бынан тыш, Стәрлетамаҡта, Өфөлә лә һатыу нөктәләре асылған.

Теләгән һәр кеше эшҡыуар була аламы? Уның өсөн ниндәй сифаттар кәрәк? Был һорауға ла эшҡыуарҙың үҙ яуабы:

– Ныҡышмал булыу, тырышлыҡ кәрәк. Көнө-төнө тигәндәй эш менән булаһың. Шул ваҡытта ғына һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Ял көнө, байрам тип, иҫәпләшеү юҡ. Үҙ эшеңде яратаһың икән, барыһын да хәл итергә мөкин. Тормош иптәшем менән ҡулға-ҡул тотошоп, бергәләп эшләйбеҙ, барлыҡ ауырлыҡтарҙы ла  икәүләп күтәрәбеҙ. Беҙҙең эштә кешеләр менән уртаҡ тел таба белеү ҙә мөһим сифаттарҙың береһе, – тине Айгөл Айҙар ҡыҙы.

Тормош иптәше менән улар Айгиз исемле ул үҫтерәләр, уға 10 йәш. Ата-әсәһенә ҡарап,  эш рәтен бәләкәйҙән күреп-аңлап үҫә ул.

8 март - Халыҡ-ара Ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан эшҡыуар ханымдың гүзәл заттарға әйтер теләктәре лә бар.

– Бай иргә тормошҡа сығам да өйҙә генә эшләмәй ултырам, тигән һүҙҙәр йыш ҡына ишетелеп ҡуя. Ҡатын-ҡыҙҙарға шуны кәңәш итер инем, ирҙәренә һалышып, өйҙә ултырмаһындар, эшләһендәр ине. Хеҙмәт кешене тәрбиәләй, үҫтерә. Эшләп үҙеңдең баһаң да күтәрелә, ғаиләңә лә файҙаң килә. Һәр гүзәл затҡа был донъяла үҙ юлын табып йәшәүен теләйем, – тине Айгөл Ваһапова.

Маҡсатҡа ынтыла белеүе, тырышлығы менән уңышҡа өлгәшә йүнсел ханым.

 Фото: шәхси альбомдан.

 

 

Эшҡыуар булыуы еңел түгел
Эшҡыуар булыуы еңел түгел
Эшҡыуар булыуы еңел түгел
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас