

Социаль селтәрҙә түбәндәге яҙмаға юлыҡтыҡ.
"Ни өсөн балалар баҡсаһынан балаң ашап бөтмәгән аҙыҡты алып ҡайтырға ярамай? Әгәр сабый бутҡа йәки кәтлитте ашамаһа, аҙыҡ сүп-сарға оҙатыла. Шул уҡ ваҡытта уның өсөн хаҡ түләнгән! Балаға контейнер биреп ебәрергә лә була бит. Ул унда ашамаған ризыҡты һалып алыр ине. Өйҙәгеләр ашар ине ул. Бик булмаһа, йорт хайуандарына бирер инек. Һәр хәлдә ташлап әрәм итмәҫ инек. Аҙыҡ-түлек хаҡын түләйбеҙ, әммә ул беҙгә эләкмәй", - тип яҙған автор.
Уйлап ҡараһаң, дөрөҫлөк тө бар кеүек. Был хаҡта һеҙҙең фекерҙәрегеҙ нисек булыр? Комментарийҙарға яҙығыҙ әле.
Сығанаҡ: "Серләшәйек 18*"
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!