Краснокама районынан сираттағы конкурсантыбыҙ – Зөлфиә Шәрифуллина үҙәк район мәҙәниәт йортоноң “Фантазия” халыҡ бейеү ансамбле балетмейстеры.
Бейеүсе Учалы районының Оҙонкүл ауылында тыуып үҫкән. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының хореография бүлеген тамамлағандан һуң, Нефтекама дәүләт филармонияһына балет артисы булып эшкә килә.
– Бейеүсе булыу – бала саҡ хыялым. Бер тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаһаң, ул һәр ваҡыт үҙенә тартып тора. Колледжда уҡыған саҡта “Ҡойон” ансамбле менән төрлө бейеү конкурстарында ҡатнаша торғайныҡ. Әлеге көндә лә коллективым менән конкурстарға даими сығабыҙ, призлы урындар яулайбыҙ, – тип һөйләне ул.
Зөлфиә Шәрифуллина – күп балалы әсәй ҙә. Тормош иптәше менән өс матур ҡыҙға ғүмер биргәндәр.
8 Март етеп килгәндә гүзәл заттарға байрам теләктәрен юлланы.
– Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы яҙҙың күркәм байрамы менән ҡотлайым. Уларға ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйем. Һәр ваҡыт сәскә атып, балҡып йәшәһендәр. Иң мөһиме - үҙҙәрен яратһындар, – тине ул.
Фотолар: шәхси альбомдан.