

Башҡортостанда спорт яратыусы һәм сәләмәт тормош алып барыусы ауылдарҙың йылдан-йыл арта барыуы ҡыуаныслы. Балаҡатай районының Ҡарлыхан ауылы кешеләре уңған һәм тырыш сифаттарҙы үҙ иткән, улай ғына ла түгел, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай.
– Беҙҙең яҡтың халҡына шундай күркәм һыҙаттар хас – балаҡатайҙар сәмсел, һәләтле һәм булдыҡлы, – тип һөйләй Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова. – Шулар араһында ҡарлыхандарҙы айырым билдәләп үтер инем. Һәр кем эш менән мәшғүл, күп бала тәрбиәләгән ғаиләләр бихисап. Уларҙың алдынғы эш тәжрибәһен бүтәндәр өйрәнә. Ә инде яҡташтарымдың мәртәбәле конкурста ҡатнашыуын ишетеп, ныҡ һөйөндөк.
Быйыл Ҡарлыхан ауылы "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнаша. Уның сиктәрендә "АртАуыл – Ҡарлыханым минең" идеялар йәрминкәһе үтте. Ҙур сара ауылға күркәмлек индереү, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу, тарихи мираҫты тергеҙеү һәм халыҡтың берҙәмлеген нығытыу маҡсатында ойошторолдо.
Йəрминкəлə Балаҡатай районы хакимиәте башлығы Лилиә Мулланурова, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, режиссёр, сценарист һәм продюсер Рәйес Исмәғилев, "Урал" этноүҙәк филиалы мөдире Ирек Әхмәҙиев, Силәбе өлкәһенең Куса ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Наилә Иҙрисова кеүек һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтарҙы күреү айырыуса шатлыҡлы ине.
Ошо сара айҡанлы бик бай программа төҙөлгәйне. Мәктәп музейында тарих уҡытыусыһы Людмила Редреева ауыл тарихы буйынса ҡыҙыҡлы мини-экскурсия ойошторҙо. Ҡул эштәре оҫталары боронғо туҡыу серҙәренә төшөндөрҙө, ә китапханасы Людмила Самойлова изгелектең яманлыҡты еңеүгә ҡоролоуына йүнәлтелгән төрлө әкиәттәр һөйләне. "Туған моңдар" халыҡ фольклоры коллективы гармун көйөнә беҙҙең төбәккә хас милли таҡмаҡтарҙы башҡарҙы.
Ҡунаҡтар ауыл урамдарынан саналарҙа үтеп, хужабикәләр әҙерләгән тәмле ризыҡтар менән һыйланды, Масленица байрамында, күңелле халыҡ уйындарында теләп ҡатнашты.
Фото: Гүзәлиә ТУЙСИНА.