Йәмғиәт
4 Март , 08:00

Эт тигәне бүре булған

Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәүсе бер ҡатын малын ҡарар өсөн һарайына сыға. Шунда ул бер эттең ике һарығын тамаҡлап ятҡанын күрә. Эргәһендәге таяҡты алып уға ташлана...

Эт тигәне бүре булғанЭт тигәне бүре булған
Эт тигәне бүре булған

Баймаҡ районының Түбә ауылында йәшәүсе бер ҡатын малын ҡарар өсөн ҡураһына сыға. Шунда ул бер эттең ике һарығын тамаҡлап ятҡанын күрә. Эргәһендәге таяҡты алып уға ташлана. Тауышты ишетеп килеп еткән күршеләре уның эт түгел, ә бүре икәнен әйтә. Бына шундай батыр йөрәкле ҡатын йәшәй Түбә ҡасабаһында. Малын ҡурсалап, ҡурҡмайынса таяҡ менән бүрегә ташланған.

- Һунарсылар был эш буйынса тикшереү уҙғарып, тейешле ҡарар сығарҙы, - тине Түбә ауылы биләмәһе башлығы Әлфирә Хәлитова.

Сығанаҡ: "Һаҡмар" гәзите

Авторы- Лилиә Таҡаева

Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!

Автор:Карима Усманова
Читайте нас