

Конкурсыбыҙҙың һәләтле лә, матур ҙа ҡатнашыусыһы – Рәмилә Батыршина Миәкә районынан.
Комсомольский ҡасабаһында тыуып үҫә ул. Бикҡол ауылы мәктәбендә 9-сы класты тамамлағандан һуң, Бәләбәй педагогия колледжына уҡырға керә. Артабан юғары белемде Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ала.
Ситкә китмәй, тыуып үҫкән төйәгенә ерегеп, файҙа килтереп ғүмер итә. Шул осорҙа кейәүгә сыға, үҙенең ауылдашы Ринат Батыршин тигән егет менән яҙмыштары бәйләнә. Тәүҙә ауылда йәшәйҙәр. Рәмилә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй, һуңғараҡ был учреждениеның мөдире вазифаһын да йөкмәтәләр. Ғаиләләрен йәмләп, ике сабыйҙары тыуа. Хәҙер улдары Илдар 7-се, ҡыҙҙары Эльза 3-сө класта белем ала.
Һәләтле, яуаплы белгесте тиҙ күрәләр. Тиҙҙән Рәмилә Рәис ҡыҙын мәғариф бүлегенә эшкә саҡыралар. Йәш ғаилә район үҙәгенә күсенә. Рәмилә 10 йыл инде мәғариф бүлеге методисы булып хеҙмәт итә. Төп эшенән тыш, йәмәғәт сараларының уртаһында ҡайнап йәшәй. Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшендә лә әүҙем ҡатнаша. Был өлкәлә тырышып эшләгән өсөн байтаҡ Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Милли костюм көнө, Туған телдәр көнө булһынмы – береһе лә уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Уҡыуҙар, конкурстар, конференциялар туҡтауһыҙ ойошторола. Республика Мәғариф министрлығының, район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары артабан да дәртләнеп эшләргә көс-ҡеүәт бирә конкурсантыбыҙға.
Буш ваҡытта тормош иптәше менән бергәләп туйҙар, юбилейҙар алып баралар.
–Шуға ла ял бик эләкмәй. Шәмбе ошондай сараларҙа булһаҡ, йәкшәмбе ғаилә менән үтә. Балалар менән дә бергәләп төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға тырышабыҙ, – ти Рәмилә.
Ата-әсәһе һәләтле булғас, балалары ла төрлө һөнәргә эйә. Илдар улдары ҡурайҙа уйнай. Республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Эльза ҡыҙҙарының күңеленә йыр сәнғәте яҡын. Быйыл Батыршиндар “Башҡорт ғаиләһе” конкурсында ҡатнашып, зона этабында 2-се дәрәжә дипломға лайыҡ булған.
–Быйылғы яҙ барыбыҙға ла сәләмәтлек, бәхет, бәрәкәт, тыныслыҡ, ышаныс алып килһен. Гүзәл заттарға эштәрендә уңыштар, хыялдарының тормошҡа ашыуын теләйем. Яҡындарығыҙҙың изгелеген күреп, мөхәббәткә ҡойоноп йәшәгеҙ, – тигән теләктәрен еткерҙе.
Гәзитебеҙ ойошторған конкурста ла Рәмилә Батыршина һынатмаҫ. Уға бары тик уңыштар теләйбеҙ.
Фото: шәхси альбомдан.