Йәмғиәт
4 Март , 14:30

Тормош тәжрибәһен туплаған ҡәлғә

"Ветерандар советы рәйесе булып ун йыл эшләйем инде, – ти Күгәрсен районының Күгәрсен ауылынан Фәниә ХӘЛИТОВА. – Был шөғөл миңә оҡшай. Ауыл хакимиәте лә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Клуб хеҙмәткәҙәре лә, мәктәп уҡытыусылары ла ихлас һәм ярҙамсыл, бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ".

Тормош тәжрибәһен туплаған ҡәлғәТормош тәжрибәһен туплаған ҡәлғә
Тормош тәжрибәһен туплаған ҡәлғә

“Ветерандар советы рәйесе булып ун йыл эшләйем инде, – ти Күгәрсен районының Күгәрсен ауылынан Фәниә ХӘЛИТОВА. – Был шөғөл миңә оҡшай. Ауыл хакимиәте лә һәр саҡ ярҙам итеп тора. Клуб хеҙмәткәҙәре лә, мәктәп уҡытыуусылары ла ихлас һәм ярҙамсыл, бөтә эште бергәләп башҡарабыҙ”.

Күгәрсен ауылы “Айыҡ ауыл” конкурсына ҡушылғас, был әүҙемлек тағы ла йәнләнә төшкән. Бөтә сараларҙа барлыҡ ветерандар ҙа ҡатнаша тип әйтергә мөмкин. Клуб һәм мәктәп уҙғарған сараларҙан ғына түгел, өмәләр һәм экскурсияларҙан да ситтә ҡалмай Күгәрсен аҡһаҡалдары һәм ағинәйҙәре.

Йәйге миҙгелдә шишмәләрҙе таҙартыуҙы ла улар үҙ хәстәре итеп алған. Сәйфетдин шишмәһен таҙартыуҙан һәм уның эргәһендә үҙешмәкәр артистарҙың сығыштарын үткәреүҙән торған сара, мәҫәлән, ауыл халҡы хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ әле. Унда самауыр ҡайнатып сәй эсереп, табышмаҡтар әйтеп һәм уйындар ойоштороп, йырҙар йырлап халыҡтың күңелен күтәргән ветерандар. Әлбиттә, был эштә уларға ауыл йәштәре лә ярҙам итергә әҙер тора. Сиратта – көндәр йылынғас та, Әһеле шишмәһен таҙартыу. Фәниә һәм башҡа ветерандар ул шишмә эргәһенә барып ҡарап, ниндәй эштәр башҡарырға кәрәк булыуы тураһында план ҡороп та ҡуйған инде.

– Ауылыбыҙ һәләтле кешеләргә бай, шуға саралар ҙа матур үтә, – ти Фәниә Фәтих ҡыҙы. –  Зөлфиә Хәбибуллина исемле шағирәбеҙ бар. Ул йырҙың һүҙҙәрен дә яҙа, көйөн дә сығара, ауылыбыҙҙың “Аҡ ҡалпаҡтар” фолькор ансамбленең әүҙем ағзаларының береһе.

Ветерандар әйтеүенсә, Күгәрсендә эскелек менән мауыҡҡан кешеләр юҡ. Дүрт йәшлек балаһы булған, иренән айырылған бер ҡатындың ошо шөғөлгә бирелеүе тураһында билдәле булғас, уны шунда уҡ тәрбиәгә алғандар, даими барып, хәлен белешеп торалар.

Был ауылдағы ветерандарҙың һәр нәмәгә күмәкләп тотоноуына һәм әүҙемлегенә иҫең китерлек – улар, мәҫәлән, клубтағы гимнастика һәм волейбол түңәрәктәренә лә ихлас һәм күмәкләп йөрөй. Был түңәрәктәрҙең ағзалары – барыһы ла пенсионерҙар! “Спорт бәйгеләрендә йәштәр командалары менән ярышып ҡарайбыҙ, тик беҙҙең – оло кешеләрҙең – ҡулында көс әҙерәк шул... Ярай, иң мөһиме – бәйгелә ҡатнашыу”, – тип йылмая ветерандар советы рәйесе.

Төрлө саралар тигәндә, тәбиғи, юбилейҙар ҙа һис иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Яңыраҡ, мәҫәлән, никахта 60 йыл бергә йәшәгән Шәмсиә апай менән Әхәт ағайҙы ҡотлағандар, улар хөрмәтенә концерт ойошторолған, ҡунаҡтарға сәй эсергәндәр, юбилярҙарға ветерандар һәм ауыл хакимиәте исеменән бүләктәр тапшырылған.

Сәй эсереү тигәндәй, Күгәрсендә һәр мәжлесте эскеһеҙ үткәреү хәҙер матур йолаға әйләнеп бара, тинеләр ауылда. Быйылғы Яңы йыл кисәһе лә араҡыһыҙ, әммә күңелле итеп ойошторолған.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас