Ул - Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Йәмле Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән ҡыҙ бәләкәйҙән уҡытыусы булырға хыяллана. Ҡустыһы һәм һылыуын өҫтәл артына ултыртып, уларға дәрес биреүен бөгөн дә йылмайып хәтерләй ул.
“Ғаиләлә беҙ дүрт бала, барыбыҙ ҙа уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ. Тәүҙә абзыйым уҡытыусылыҡҡа уҡыны, артабан мин, аҙаҡ - һеңлем менән мыртыйым. Тыуған ауылымда 9-сы класты тамамлағандан һуң, күрше ауылдағы Сирғол урта мәктәбендә белем алдым. Артабан юғары белем алыр өсөн Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡыным.
Б. М. Мәмбәтҡолов исемендәге Сибай педагогия колледжында 25 йылдан ашыу башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытам. Төп маҡсатым - буласаҡ уҡытыусыларҙа туған телгә һөйөү, ихтирам, ғорурлыҡ тәрбиәләү. Эшемдең һөҙөмтәһе - студенттарҙың уңышында. Белем биргән студенттарым ҡала, республика кимәлендә үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияларҙа, шиғыр ятлау конкурстарында, башҡорт теле буйынса олимпиадаларҙа һәр ваҡыт призлы урын яулайҙар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса "Йыл уҡытыусыһы" конкурсында ҡатнашып, призлы урын яуланым һәм "Башҡортостан Республикаһының Мәғариф алдынғыһы" исеме бирелде. 2018, 2024 йылдарҙы "Иң яҡшы башҡорт теле уҡытыусыһы" конкурсында еңеп, Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан аҡсалата премияға лайыҡ булдым.
Бөгөнгө көндә лә студенттарҙа милли рух тәрбиәләү маҡсатында тырышып эшләп йөрөйөм, колледжда юғары кимәлдә саралар үткәрелә, студенттар үҙҙәренең шәжәрәһен өйрәнә, халыҡ педагогикаһы, туған телдең әһәмиәте, башланғыс класта башҡорт телен уҡытыу методикаһы хаҡында курс эштәре, сығарылыш квалификация эштәре яҙалар.
Тормош иптәшем менән ике ул тәрбиәләп үҫтерҙек.
Теләгем - тиҙерәк һуғыш бөтһөн, ир - егеттәребеҙ иҫән - һау ҡайтһын, әсәйҙәрҙең күҙ йәше түгелмәһен ине», - ти Гөлнара Шакирова.
Сирек быуат йылдан ашыу буласаҡ уҡытыусылар тәрбиәләгән конкурсантыбыҙ Сибай ҡалаһы тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаша. Студенттары менән төрлө мәҙәни сараларҙа сығыш яһай, ҡала башҡорттары ҡоролтайында ла әүҙем эш алып бара.
Сибай педагогия колледжында абруйлы уҡытыусыларҙың береһе, коллегалары араһында хөрмәткә һәм ихтирамға ла лайыҡ. Гөлнара Шакированың конкурста ҡатнашыуы хаҡында белгәс, барыһының да “иң лайыҡлыһы” тип баһалауҙары юҡҡа түгел.
Әйткәндәй, Гөлнара Мөхәррәм ҡыҙы “Башҡортостан” гәзите менән дә күптән хеҙмәттәшлек итә. Редакция хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуҙарҙа студенттары менән даими ҡатнаша, сығыш яһай, гәзитте таратыуҙа ҙур өлөш индерә.
Эшенән йәм һәм дәрт, ғаиләһенән көс, студенттарынан илһам алып, һайлаған һөнәренә ғүмерлек тоғро ҡалған Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлнара Шакироваға артабан да уңыштар юлдаш булһын! Буласаҡ уҡытыусылар тәрбиәләгән, уларға белем һәм тәрбиә биргән педагог өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
Фотолар: ғаилә архивынан алынды
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!