Йәмғиәт
5 Март , 12:45

Фатир хаҡтары үҙгәрә

Февралдә Өфөлә яңы йорттарҙағы фатирҙың бер квадрат метры хаҡы уртаса 168,9 мең һум тәшкил итте, был ғинуарға ҡарағанда 1,7 процентҡа аҙыраҡ, ти “Фатирҙар донъяһы” порталы аналитиктары.

Фатир хаҡтары үҙгәрәФатир хаҡтары үҙгәрә
Фатир хаҡтары үҙгәрә

Өфө ошо тикшеренеү эсенә алынған 70 ҡала араһында яңы биҫтәләрҙәге фатир хаҡы буйынса 20-се урынды биләгән.

Яңы төҙөлгән күп фатирлы йорттарҙағы торлаҡ хаҡы иң ныҡ арта барған ҡалалар – Грозный (+10,3), Сочи (+8,3), Барнаул (+5,2). Волгоградта, Магнитогорскиҙа һәм Владикавказда ул, киреһенсә, байтаҡҡа төшкән. Өфө фатир хаҡы иң түбәнәйгән ун ҡала иҫәбенә инә.

Фото: социаль селтәрҙән.

Беҙҙең МАХ каналына ҡушылығыҙ: https://max.ru/gazetabashkortostan.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас