Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Март , 00:20

Иремдең һөйәркәһе бар икәнен беләм...

... Ләкин өндәшмәйем...

Иремдең һөйәркәһе бар икәнен беләм...
Иремдең һөйәркәһе бар икәнен беләм...

Иремдең һөйәркәһе бар. Был турала әллә ҡасандан беләм, ләкин өндәшмәйем.

Барыһы ла һәйбәт башланған ине. Уның менән институтта уҡыған саҡта таныштыҡ. Уға бик күп ҡыҙҙар ҡарай ине, ләкин ул мине һайланы. Һүҙ ҙә юҡ, ирем ғашиҡ булмаҫлыҡ кеше түгел. Үҙен ҡарап ҡына йөрөй, спорт менән шөғөлләнә, төҫкә сибәр. Етмәһә, аҡсалы. Хәлле ата-әсәһе уға үҙ бизнесында өлөш бирҙе һәм ул был йүнәлеште тағы ла уңышлыраҡ итеп дауам итә.

Бишенсе курста уҡыған саҡта өйләнештек. Диплом алыуға мин ауырға ҡалған инем. Мин эшләмәйәсәкмен, балалар менән шөғөлләнәм тип ҡарар иттек. Был үҙемә бик оҡшай. Бер-бер артлы тыуған балаларҙы ҡарау әллә ни ауыр булманы, аҡсаға ҡытлыҡ булмағас, рәхәтләнеп өйҙә яттым.

Әле балалар үҫте, икеһе лә мәктәптә уҡый. Мин өйҙә ултырыуымды дауам итәм. Тик ятмайым әлбиттә, балаларҙы уҡырға алып барам, ҡаршы алам, түңәрәктәргә йөрөтәм. Өйҙө тәртиптә тотам, ашарға әҙерләйем, дәрестәр эшләйбеҙ. Бындай тормош ялҡытҡан да кеүек, ләкин эшкә лә сыға алмайым.

Өс йыл элек иремдең кемелер бар икәнлеген белеп ҡалдым. Һәр ҡатын-ҡыҙ быны һиҙә... Ул ситләште, телефонын йәшерә, һуңыраҡ ҡайта башланы, командировкалары йышайҙы. Бер көн эше янында һағалап тороп, икенсе йәш ҡатын менән ҡосаҡлашып килеп сыҡҡанын да күрҙем. Әммә бер һүҙ ҙә әйтмәнем.

Был миңә ныҡ оҡшамай. Иремде икенсе ҡатын менән уртаҡлашҡым килмәй. Ләкин “һөйәркәң бар” тип ғауға ла ҡуптара алмайым. Йә тотор ҙа уға эйәреп сығып китер. Ул саҡта ни эшләйем? Балаларҙы үҫтерер, ҡарар кәрәк. Ә мин бер нимә лә эшләй белмәйем, аҡса сығанағы ла юҡ. Фатир, бөтә мөлкәт ирҙеке. Ике баланы эйәртеп төпкөл ауылдағы әсәй янына ҡайтып китә алмайым...

Ирем, балаларым эшкә, уҡырға китһә илайым, үҙемде йәлләйем. Артабан нисек түҙергә икән? Әллә һөйәркәһе менән һөйләшеп ҡарарғамы? Өс йыл буйы шул бер ҡатын ул. Балалар бар, иремә теймә тип әйтһәм, тыңлармы икән? Уның кем икәнлеген, хатта телефонын беләм. Тик ирем генә белеп ҡалмаһын тип ҡурҡам...

Фото: нейроселтәр. 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!

 

 

 

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас