Башгидромет үҙәк прогнозы буйынса, 8 мартта республикала ҡар яуыуы көтөлә, урыны менән ел секундына 15-20 метрға еткән саҡта буранлай. Юлдарға ҡар һырынтыһы ятыуы ихтимал, боҙлауыҡ ҡаплай. Һауа температураһы төндә -10….-15°, көндөҙ -7°-12°.
9-10 мартта арктика һауа массаһы үтеп инә һәм аномаль һыуыҡ алып килә. Уртаса һауа температураһы 10-16 градус тәшкил итәсәк, был климатик норманан түбәнерәк.
Төндә -23…-28 градусҡаса төшә, көндөҙ -15…-20 градус һалҡын. Урыны менән бер аҙ ҡар яуа.
11 мартта һауа температураһы күтәрелә, ҡар яуыуы көтөлә, боҙлауыҡ, урыны менән буранлай, юлдарға ҡар һырынтыһы һала, боҙлауыҡ, ҡаты ҡар ҡаплай.
Юлдарҙың ҡайһы бер урындарында томан төшә, күреүсәнлек кәмей. Һаҡ булығыҙ!
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!
Әминә Ишморатова фотоһы.