Был хаҡта Өфө блогеры социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән.
"Экспедициямдың генераль спонсоры - Умар Кремлев етәкселегендәге Халыҡ-ара бокс ассоциацияһы. Хәҙер Катмандуға осорға теүәл бер ай ваҡыт ҡалды. Ошо урындан донъяның иң бейек тауына юл тотам", - тип яҙған Рөстәм.
Эверест (Джомолунгма) - диңгеҙ кимәленән 8848,86 метр бейеклектәге Ер шарының иң бейек тау түбәһе. Гималайҙарҙа Непал һәм Ҡытай (Тибет) сигендә урынлашҡан. Эверест - Махалангур-Химал тау системаһына ҡараған экстремаль шарттар, һирәк һауа һәм уникаль бейеклек менән йәлеп итеүсе альпинистар өсөн легендар маҡсатлы тау түбәләренең береһе.
Көслө рухлы яҡташыбыҙға уңыштар теләйбеҙ!
Беҙҙең МАХ каналына max.ru/gazetabash... ҡушылығыҙ!