

Бүздәк районының Яҡуп ауылы ҡыҙы ул конкурста ҡатнашыусыбыҙ – Зәлидә Илмәтова. Өс йәш тирәһендә атаһын район комитетына эшкә саҡырғас, ғаилә район үҙәгенә күсенә. Һәм шул осорҙан уның тормошо Бүздәк ауылы менән бәйле.
–Бәләкәйҙән әүҙем булдым. Йөрөмәгән бер генә түңәрәк тә ҡалмағандыр. Сәхнәлә үҫтем, тиһәм дә була. Әсәйем дә йырға маһир, ғүмер буйы баш бухгалтер булып эшләһә лә, сәхнәнән төшмәне. Ике яҡтан нәҫелебеҙҙә музыкаға һәләтлеләр күп. Мин дә бала саҡтан аккордеонға ла йөрөнөм, бейеү менән дә шөғөлләндем. Уҡып бөтөп эшкә ҡайтҡас та Бүздәктәге “Өмөт” халыҡ ансамблендә бейенем. Сәхнәнән һәр ваҡыт илһам алдым, – тип һөйләне Бүздәк гүзәле.
Һөнәре буйынса ул иҡтисадсы. 11 класты тамамлағандан һуң, тәүҙә Көнсығыш дәүләт иҡтисад университетында, һуңынан Өфөнөң технология сервис институтында белем ала.
Студент осорондала йәштәр сараларында әүҙем ҡатнаша. 1996 йылда “Наурыҙ гүзәле” республика конкурстында гран - при яулай.
22 йыл Бүздәктә һәм Өфө ҡалаһында Һаҡлыҡ банкында хеҙмәт итә. Атаһы ауырып киткәс, әсәһенә терәк булыу маҡсатында ғаиләһе менән Өфөнән тыуған яғына ҡайта. Бында ла ниндәй тармаҡҡа тотонһа ла һәр ваҡыт уңышҡа өлгәшә. Район үҙәгендә Мәшғүллек үҙәгендә лә хеҙмәт итә. Райондың ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Бүздәк районы буйынса Йәмәғәт Палатаһы рәйесе вазифаһында ла һынатмай.
Күңелендә сәнғәткә һөйөү ғүмер буйы ла юғалмай. Район мәҙәниәт бүлегенә етәксе вазифаһын тәҡдим иткәс, ризалаша. Әле ең һыҙғанып ошо вазифаны башҡара.
Ғаиләлә тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Улар ҙа бәләкәйҙән сәхнәгә ғашиҡ, икеһе лә бейеү менән шөғөлләнә. Кесеһе йырлап конкурстарҙа ла беренсе урындар яулай.
Тағы ла бер матур сифаты һоҡландырҙы конкурсантыбыҙҙың.
–Кемгәлер ярҙам итеүҙән күңелемә ҡәнәғәтлек алам. Үҙемдә күптән быны һынаным. Кешегә ярҙам итһәм, үҙемә көс керә, – ти ул.
Махсус хәрби операциялағы егеттәргә ярҙам сараларының да уртаһында. Ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының гүзәл заттары менән бергәләп 200-әр банка тушенкалар яһап оҙатҡан мәлдәре була.
Шиғриәт тә уның өсөн ят түгел. Йәш сағында шиғырҙар яҙа. Улар республика гәзиттәрендә, журналдарында ла донъя күрә.
Һәр яҡлап та уңышлы Зәлидә Илмәтова республикабыҙ гүзәл заттарына байрам теләктәрен юлланы:
– Ҡатын-ҡыҙ бәхете күп нәмәне үҙенә туплай. Сәләмәтлекте лә, эш бәхетен дә , әсәй булыу бәхетен дә. Бөгөнгө көндә ҡатын -ҡыҙ көслө затҡа әйләнде: машинаһын да йөрөтә, етәкселектә лә хеҙмәт итә. Ҡатын-ҡыҙ нәзәҡәтлеген дә һаҡлап, матур балалар тәрбиәләп үҫтерергә лә яҙһын һәр ҡайһыбыҙға, – тине ул.
Зәлидә Илмәтоваға конкурсыбыҙҙа тик уңыштар теләйбеҙ!
Фото: шәхси альбомдан.