

Ханты-Манси автономлы округының Сорғот ҡалаһында йәшәүсе Рәүфә Ғафарова – “Башҡортостан һәм ХМАО-ЮГРА ирекмәндәре” һәм “Еңеү” йәмәғәт ирекмәнлек ойошмалары етәксеһе. Рәүфә Ҡазихан ҡыҙы сығышы менән Баймаҡ районының Беренсе Төркмән ауылынан. 2006 йылдан Сорғот ҡалаһында йәшәй һәм эшләй.
2022 йылда махсус хәрби операция башланғас, Рәүфә Ғафарова – иң тәүгеләрҙән булып фронтҡа, һалдаттарға ярҙам итеү эшенә тотонған оло йөрәкле ирекмән. Социаль селтәрҙәр һәм мессенджерҙар аша яҡташтарын ошо изге эшкә дәртләндерә, бергә туплай ала ул. Артабан ошондай уҡ эште үҙе йәшәгән Сорғот ҡалаһында һәм Баймаҡ районының Төркмән ауылында ла ойоштороуға өлгәшә.
Рәүфә Ҡазихан ҡыҙы Баймаҡ районы хакимиәте, эшҡыуарҙары, ауыл әүҙемселәре, ғөмүмән, яҡташтары менән һәр ваҡыт тығыҙ аралашып йәшәй һәм эшләй. Уның булышлығында туплап оҙатылған гуманитар ярҙамдың иҫәбе лә, һаны ла юҡ. Баймаҡ ҡалаһындағы “Нур”, “Мечта” магазиндары, Баймаҡ универмагы, “Юлдар” такси хеҙмәте, Икенсе Этҡол ауылынан шәхси эшҡыуарҙар Д.У. Ғафарова, Р.Х. Сирғәлин, Ниғәмәттән М.М. Ғайсин һәм башҡалар ихлас күңелдән ҙур ярҙам күрһәтә. Ябай халыҡтың өлөшө лә баһалап бөткөһөҙ. Ә Сорғоттағы фатиры МХО-ға ярҙам буйынса штаб-квартираға әйләнгән тиһәк тә, арттырыу булмаҫ.
Гуманитар ярҙам йыйып оҙатыуҙан тыш, Рәүфә Ҡазихан ҡыҙы маскировкалау селтәрҙәре үреү эшен дә ойошторған. Ул шулай уҡ башҡа йүнәлештәге эштәрҙе лә ҙур ихласлыҡ менән ойоштора. Мәҫәлән, Беренсе Төркмән ауылының бер төркөм әүҙемселәре менән бергә халыҡты туплап, берҙәм көс менән тейешле суммала аҡса йыйып, ауыл зыярытының ҡоймаһын яңыртҡандар.
Яуҙа яҡындарын юғалтҡандарға ярҙам итеүҙе лә изге бурысы тип һанай Рәүфә Ҡазихан ҡыҙы. Бер нисә кешегә яу яланында хәбәрһеҙ юғалған яҡыны тураһында мәғлүмәт табырға булышлыҡ иткән. Был эште әле лә дауам итә, сөнки билдәһеҙлектә йәшәү – иң ауыры, ти хәбәрһеҙ юғалғандарҙың туғандары.
Изге эштәр башҡарыуҙы тормошоноң мәғәнәһе тип һанаған Рәүфә Ҡазихан ҡыҙының игелектәре “Фронтҡа ярҙам өсөн” миҙалы менән билдәләнгән. Шулай уҡ ул – “Ҡатын – ҡыҙ-милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй төбәк конкурсы еңеүсеһе.
Янына үҙе кеүек оло йөрәкле кешеләрҙе туплап, арымай-талмай яуҙағыларға ярҙам итеү менән шөғөлләнгән Рәүфә Ҡазихан ҡыҙына уңыштар, һаулыҡ ҡына теләйбеҙ.
Фотолар Р. Ғафарованың шәхси альбомынан.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!