Әхирәтем оҙаҡ йылдар яңғыҙ булғандан һуң яңыраҡ кейәүгә сыҡты. Әле бик бәхетле йәшәйҙәр, бәпәй көтәләр. Ә икенсе бер танышым көтмәгәндә һәйбәт эшкә урынлашты һәм ҙур аҡса эшләй башланы. Улар менән һөйләшә торғас, икеһе лә уңыштарын өйҙәрендә тотҡан гөлдәргә бәйләп шаҡ ҡатырҙылар. Ысынлап та өйгә уңыш, мөхәббәт, аҡса килтергән гөлдәр бармы? Интернет киңлегендә мәғлүмәтте ҡараһаң, бар тиҙәр.
Әгәр өйҙә спатифиллум (ҡатын-ҡыҙ бәхете гөлө тип тә йөрөтәләр) булһа, ғаиләлә ихтирам һәм мөхәббәт буласаҡ. Сәскә йорт хужаларын алдауҙан һәм хыянаттан һаҡлай. Был гөлдө яңғыҙ кеше ултыртһа, ул тиҙҙән үҙенә тәғәйенләнгән кешене осратасаҡ һәм ғаиләле буласаҡ. Балалары булмаған ғаиләгә лә ошо гөл ярҙам итә, имеш.
Алһыу йәки ҡыҙыл төҫтәге ярангөл (герань) мөхәббәт йәлеп итә. Әгәр дәрт йәлеп итергә кәрәк икән, аҡ сәскәлеһен үҫтереү яҡшыраҡ.
Карьера менән ҡыҙыҡһынған кешегә юкка үҫтерергә кәрәк. Сәскә шулай уҡ эшлекле һөйләшеүҙәрҙә уңышҡа булышлыҡ итә.
Япон аукубаһы – тиҙ байырға теләүселәр өсөн ағас. Аҡсаны уны ҡараған кеше аласаҡ.
Ышанырғамы-юҡмы, һәр кемдең үҙ эше. Бәлки һеҙгә берәй гөл ярҙам иткәндер, уртаҡлашығыҙ!
Фото: нейроселтәр.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ!