Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Март , 23:45

Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?

Сәскә үҙе генә түгел, уларҙың төҫтәре лә мәғәнәгә эйә икән.  

Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?

Гүзәл заттарға иң оҡшаған бүләктәрҙең береһе ул – гөлләмә. Ләкин һайлағанда уларҙың матурлығына ғына ҡарарға түгел, мәғәнәләрен дә белеп ҡуйыу зыян итмәҫ.

Мәҫәлән, күптәребеҙ яратҡан рауза сәскәләренең төрлө төҫтәгеһе бар. Алһыу раузалар йәшлекте аңлата, уны йышыраҡ йәш ҡыҙҙарға бүләк итәләр. Ҡыҙыл раузалар мөхәббәтте сағылдыра, ҡуйы ҡыҙыл төҫтәгеһе ҡатын-ҡыҙҙың матурлығына һоҡланыуҙы сағылдыра. Уны урта йәштәге һәм өлкәнерәк гүзәл заттарға бүләк итәләр. Аҡ төҫтәгеһен дә үҙ итеүселәр бик күп, был төҫ таҙалыҡты, наҙҙы аңлата. “Һин һоҡланғыс” тигән мәғәнәгә эйә икән аҡ раузаның мәғәнәһе.

Хризантемаларҙы бүләккә һайлаусылар ҙа күп. Аҡ төҫ – ихласлыҡты, һарыһы – уңыш теләүҙе, дуҫлыҡты сағылдыра, шул уҡ ваҡытты хризантемалар сәләмәтлек, оҙаҡ йәшәү теләген дә белдерә. Шуға йыш ҡына был сәскәне өлкәнерәк йәштәгеләр бүләк итеү ҙә урынлы.

Аҡ сәскә (ромашка) кемдәргә генә оҡшамай икән. Ябай ғына булһа ла, үҙенең йәме бар уның. Аҡ сәскә – мөхәббәтте, ғаиләне, тоғролоҡто аңлата. Аҡ төҫ - таҙалыҡ символы, ә урталағы һары түңәрәге йылылыҡты сағылдыра. 

Тәүге яҙғы сәскәләрҙең береһе -  ләләләрҙең дә үҙ биҙәге. Уны  8 Март байрамына ла күпләп бүләк итәләр. Ләлә - һөйөү билдәһе, тиҙәр.

Сәскә йәмһеҙ булмай. Ниндәй генә  гөлләмә бүләк итһәгеҙ ҙә, иң мөһиме ул ысын күңелдән булһын.

Автор фотолары.  

Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Ҡәҙерлеләребеҙгә ниндәй сәскә бүләк итергә?
Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас