Йәмғиәт
8 Март , 16:05

Еңеүселәр билдәле!

Ҡайһы райондарҙың гүзәлдәре алдынғылыҡҡа сыҡты?

Еңеүселәр билдәле!Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!

8 март – Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә “Донъя күрке – гүзәл зат” тигән конкурсыбыҙ тамамланды.  Төрлө төбәктәрҙә йәшәүсе әүҙем, эшлекле, өлгөлө, уңған гүзәл заттарҙы үҙенә тупланы был конкурс. Улар араһында иң-иңдәрен һайлау һеҙгә йөкмәтелде.

Һәр кем лайыҡлы тип һанаған конкурсантының алға сығыуын теләне. Ниһайәт, еңеүселәр билдәле.

1-се урынға Бүздәк районынан  Зәлидә Илмәтова лайыҡ булды.

2-се урында – Сибайҙан Гөлнара Шакирова,

3-сө урында –  Бөрйәндән Рәмилә Салауатова.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ! Барлыҡ конкурсанттарыбыҙҙы ла бөгөнгө гүзәл заттар байрамы менән тәбрикләп, рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт шулай тормошобоҙҙо йәмләп, тирә-яҡҡа нур сәсеп йәшәгеҙ. Һеҙҙе ҡәҙерләгән, яратҡан кешеләр гел янығыҙҙа булһын. Байрам менән!

Фото: конкурсанттар альбомынан.

 

 

 

 

   

Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Еңеүселәр билдәле!
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас